Ошо көндәрҙә район һәм ҡала буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы яҙғы сәсеү алдынан агросәнәғәт комплексында үҙйөрөшлө машиналарҙың, уларға тағылмаларҙың техник торошон тикшереү эштәрен башланы.
Әлеге көнгә «Интернационал», «Победа», «Уңыш», «Салауат» яуаплылығы сикләнгән ойошмаларында, Н.Н. Козырев, Е.Г. Лейтер, Т.Т. Искәндәров, Е.В. Едих крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында тикшереүҙәр тамамланған.
- Үҙйөрөшлө машиналарҙы, уларға тағылмаларҙы тикшергәндә руль идаралығы механизмы, тормоз системаһы, тышҡы яҡ яҡтылыҡ сигнализацияһы приборҙары, двигателдең
ашығыс туҡтау ҡоролмаһы һәм яғыулыҡ системаһының төҙөк булыуына ҙур иғтибар бирелде, - тип билдәләп үтте техник күҙәтеү инспекцияһы секторы мөдире Ғәлим Ғәлин. – Шулай уҡ тағылмаларҙы буксирлауҙа ҡулланған үҙйөрөшлө машиналарҙы тикшергәндә тартыуэләктереү ҡоролмаһының төҙөклөгө үтә мөһим. Ғәлим Ғәлиулла улы тикшереү барышында айырыуса агрегат номерҙарының үҙйөрөшлө машинаның паспорты менән тап килеүен, май һәм яғыулыҡ системаһының төҙөклөгөн, тәгәрмәстәрҙең хәрәкәтен тотҡарлаусы ҡулайламаның, янғын һүндергес баллондың һәм аптечканың булыубулмауын да күҙ уңынан ысҡындырманы. Шул уҡ ваҡытта тракторсы-машинист танытмаларының категорияға тап килеүе лә ентекле ҡарала.
Яҙғы баҫыу эштәре алдынан ауыл хужалығы машиналарының техник торошон тикшереү бик яуаплы, етди сара.
Эштең ырамлы барыуы ғына түгел, хеҙмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙә тап техниканың төҙөклөгөнә бәйле.