Йәмғиәт
18 Март 2021, 17:23

Компетенция юғары, ҡорамалдар яҡшы

Ишембайҙа республика Башлығы “Ишембайспецтехника” предприятиеһы сығарған коммуналь техниканы ҡараны.

Ишембайҙа республика Башлығы “Ишембайспецтехника” предприятиеһы сығарған коммуналь техниканы ҡараны.
Предприятие 2020 йылда төҙөкләндереү һәм ҡала хужалығы өлкәһендә кәрәкле төрлө техник ҡулайламалар етештереү өсөн асылған.
Майҙансыҡта республика етәксеһенә сүп-сар ташығыстың тәжрибә данаһын күрһәттеләр. Предприятие директоры Наил Ғәлләмов әйтеүенсә, техниканы сериялы етештереүҙе “Алға” махсус иҡтисади зонаһында ойоштормаҡсылар.
– Компетенцияғыҙ юғары, ҡорамалдар яҡшы. Автомобилде төбәк операторҙарының береһенең паркында һынап ҡарарға һәм уның һөҙөмтәһе буйынса был инвестиция проектына республика ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итәм, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Олег Яровиков
Лилия Давлетбакова
Читайте нас