Йәмғиәт
17 Март 2021, 14:29

Ауыл хәбәрҙәре

Иҫәкәй ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеһе - тыл Вветераны Ғарифуллина Мәрйәм Мәхмүт ҡыҙы 90 йәшен тултырҙы.

Иҫәкәй ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеһе - тыл Вветераны Ғарифуллина Мәрйәм Мәхмүт ҡыҙы 90 йәшен тултырҙы.
"Үткән ғүмер... Һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Аллаға шөкөр, үкенерлек булманы,” - тине ул. Мәрйәм инәй хәҙерге көндә бик бәхетле, ҡәҙерле тормошта Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Ибраһим ағайҙың ҡыҙы Ильфираның ҡәҙер-хөрмәтендә генә йәшәй. Көндәр йылыныу менән ауылға ҡайтыуҙы ашҡынып көтә.
Быуындар бәйләнешен һаҡлай белгәне, ил алдындағы оло хеҙмәте өсөн инәйебеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, сикһеҙ бәхетле көндәр һәм тағы ла күп йылдар ғүмер миҙгелдәре теләйбеҙ!
Читайте нас