Халыҡ йыйылыштарының һуңғы көндәре Һайран һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советтары биләмәләрендә үтте.
Йәшерен-батырын юҡ тигәндәй, бөтә районға хас көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – ул халыҡты һыу менән тәьмин итеү проблемаһы. Бигерәк тә йәйге селләлә уға ҡытлыҡ булыуы ауыр. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов билдәләүенсә, был хәл һыу үткәргестәрҙең иҫкереүе, эшлектән сығыуы менән дә ҡатмарлаша бара. Һыу селтәрҙәрен ремонтлау ҙур сығымдар талап итә.
- Бөгөн беҙ ошо проблеманан сығыу юлдарын өйрәнәбеҙ, аныҡ саралар күрелә. Әлеге мәлдә Һайран һәм Арлар ауылдарында һыу үткәреү дауам итә. Биксән, Яңы Әптек һәм Бәләкәй Мәҡсүт һыу селтәрҙәренең етешһеҙлектәре хәл ителде, - тине үҙ сығышында Һайран ауыл Советы хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев. – Шулай ҙа Яңы Әптек ауылы халҡына һыуһыҙ ҡалыу янай, был хәл унда идара итеүсе компанияның булмауы менән аңлатыла. Ә һыу торбалары хәҙерҙән үк яңыртыуға мохтаж. Ошо эшкә етди тотонорға теләүселәрҙе район етәкселеге лә ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология бүлеге начальнигы Юнир Таймасов йорт хайуандарына бәйле проблемаларға ентекле туҡталып китте. - Алдағы көндәрҙә хужалыҡтар буйынса малдарҙы теркәү буласаҡ. Бирка юҡ икән – хайуан да юҡ. Быны ауыл кешеһенә аңлау бик мөһим, сөнки ҡарауһыҙ йөрөгән ат-һыйыр арҡаһында юлдарҙа авариялар йыш булып тора. Кеше ғүмерҙәре өҙөлгән осраҡтар ҙа күп, - тип иҫкәртте Юнир Рафаэль улы. – Яҙ етеү менән малдарҙы сығара башлау арҡаһында ауыл хужалығы етештереүселәренең ерҙәре ҙур зыян күрә. Штраф түләргә булмаһын, бөгөндән үк көтөүлектәрҙе ойошторорға кәрәк.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе буйынса фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү, интернет үткәреү, сүп-сар өсөн түләү, берәҙәк эттәрҙе приютҡа урынлаштырыу кеүек һорауҙар яңғыраны.
- Эре габаритлы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ремонттан ҡалған сүп, тәҙрә рамдары, ишектәр, йорт йыһаздары, аппаратура ҡарай. Йорт йыһаздары магазиндан алған саҡтағы кеүек һүтелгән булырға тейеш, - тип мөрәжәғәт итте «Эко-Сити» төбәк операторының урындағы вәкиле Айрат Хәмитов. - Таҡта, таш, кирбес, блоктар был төр сүп-сарға инмәй. Үҫентеләрҙе, ағас киҫәктәрен дә контейнерҙарға ташламауығыҙ һорала. «Эко-Сити» төбәк операторы хеҙмәтләндереүе буйынса һорауҙар булғанда Айрат Юрис улына шәхсән 8-965-645-58-52 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Ауыл биләмәләрендә интернет селтәрен йәйелдереү буйынса күп саралар күрелә, тип белдерҙе сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа мәсьәләләре буйынса идаралыҡ етәксеһе Юрий Дегтярев. Әммә унда ҡалалағы кеүек «Уфанет» түгел, ә «Ростелеком» компанияһы хеҙмәтләндерәсәк. Сөнки, белеүебеҙсә, ҡайһы бер ауылдарға тап һуңғыһының сүсле-оптик селтәре үткәрелгән. Был яңы элемтә линияларын һәм телекоммуникациялар ҡорамалдарын ҡороу өсөн күпкә уңайлыраҡ буласаҡ.
Әлбиттә, Һайран һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советтары ауыл биләмәләрендә быйылға планлаштырған эштәр күп. Был хаҡта гәзиттә «Ауыл Советтары» рубрикаһында ла, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын яҡтыртҡан мәҡәләләрҙә лә уртаҡлаша барҙыҡ. Шулай ҙа әлегә төп мәсьәләләрҙең береһе булып тәүге биләмәлә – һыу, икенсеһендә газ үткәреү проблемаһы тора.