Йәмғиәт
17 Март 2021, 06:51

Анализдар биреп, тикшерелеп була

Йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс сиргә ҡаршы көндә туберкулезды иҫкәртеү буйынса төрлө акциялар үткәреү – һәр яҡтан әһәмиәтле, кәрәк сара. Республика клиник диспансерының Ишембай филиалында ла 24 мартта асыҡ ишектәр көнө үтәсәк.

24 март- Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө

Йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс сиргә ҡаршы көндә туберкулезды иҫкәртеү буйынса төрлө акциялар үткәреү – һәр яҡтан әһәмиәтле, кәрәк сара. Республика клиник диспансерының Ишембай филиалында ла 24 мартта асыҡ ишектәр көнө үтәсәк.
Был көндө диспансерға мөрәжәғәт иткән ишембайҙар бушлай тикшеренеү үтә аласаҡ. 8.00-10.00 сәғәттәрҙә - ҡан, һейҙек анализдарын биреү, 8.00-15.00 сәғәттәрҙә үпкәләргә рентген эшләтеү мөмкинлеге була. Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС һәм медицина полисын алып регистратураға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Диспансерҙың адресы: Имай Насыри урамы, 1.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас