Бауырығыҙ ауыртып тора икән, тиҙ арала 0,5 стакан йөҙөмдө яҡшылап йыуып, ҡайнар һыуҙа бер аҙ тотоғоҙ. Өҫтөнө 400 мл ҡайнатылған һыу ҡойоп, бер тәүлеккә төнәтергә ултыртығыҙ. Иртәгәһенә был шыйыҡсаны эсергә, йөҙөмөн ашап, ике сәғәт ятып торорға кәрәк. Аҙнаға бер мәртәбә шулай эшләргә мөмкин. Бер ай дауаланырға.