Бөгөн Байғужала ҙур бәлә була яҙған. Сәғәт көндөҙгө 12-се яртылар тирәһендә Пионерҙар лагеры урамында ағас йортта йәшәүсе ғаиләлә янғын сыға. Өйҙә был ваҡытта бер өлкән кеше һәм ике бала була. Янғын иҫкәрткес ҡоролмаһы шул мәлдә эшләп ебәреүе арҡаһында ғына ут ҙурға ебәрелмәй, балалар өйҙән сығарып, янғын һүндереүселәрҙе саҡырта һалалар.
Ә янғын иҫкәрткес был ғаилә йәшәгән йортҡа 2020 йылда балалары тыуғас ҡуйылған булған.
Яҡташтар! Берүк уяу булайыҡ! Уттан бер ни ҡалмай, ғүмерҙәрҙе һаҡлайыҡ, хәләл көс менән табылған мөлкәтебеҙҙе көлгә осормайыҡ! Янғындарҙы булдырмау ҡағиҙәләрен көндәлек тормошта үтәүгә именлегебеҙ бәйле.
- Мейес һәм йылытыу ҡоролмалары төҙөк булһын, техник хеҙмәтләндереүгә етди ҡарағыҙ.
- Электрүткәргестәр, розеткалар торошон тикшереп сығығыҙ.
- Электр көсөргәнешенән һаҡлаусы автомат ҡоролмалары төҙөк булһын.
- Мейес ҡоролмалары ҡыҙыуына юл ҡуймағыҙ, ярыҡ, төҙөк булмаған мейес яҡмағыҙ.
- Электр йылытҡыстарын тиҙ яныусан әйберҙәр янына яҡын ҡуймағыҙ, кейем-һалым киптермәгеҙ.
- Электр приборҙарын, янып ятҡан мейес, каминды ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
ҮҘЕГЕҘҘЕ ҺӘМ ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҺАҠЛАҒЫҘ!