Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә коронавирус инфекцияһына ҡаршы профилактикалау өсөн бөтәһе 122592 «Гам-Ковид-Вак» («Спутник V») вакцинаһы алынған. Әлеге мәлдә Ишембай үҙәк район дауаханаһында вакциналау пункты уңышлы эшләп килә, шул иҫәптән коллективтарҙан саҡырыу буйынса күмәк кешене мобиль хеҙмәтләндереү ойошторолған.
Үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Зиләрә Ҡотоева билдәләүенсә, 10 мартҡа муниципаль районда барлығы 23 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын эшләткән. Ә 1236 кеше прививкаланыуҙың икенсе этабын да тамамлаған.
Аңлатып үтәйек, COVID-19-ҙан вакциналау ике этапта бара – беренсе компонентты яһатып 21 көн үткәс тә икенсеһен ҡаҙатыу мотлаҡ. Сөнки препарат флакондары коронавирус инфекцияһының төрлө штамдарынан тора.
- Ошоға тиклем вакциналауҙы тулыһынса үткәндәрҙең өҙлөгөүҙәре күҙәтелмәне. Ләкин икенсе көндә пациенттарҙың субфебриль температураһы (авт. төрлө прививкаларҙан, операцияларҙан һуң була торған) 37 градусҡа тиклем етеүе ихтимал, - тип уртаҡлашты Зиләрә Минихәй ҡыҙы. - Был процедураны бөтәһе лә үтергә тейеш, тигән фекерҙәмен. Шуны белеү шарт, һуңғы өс ай эсендә ауырығандарға, аллергия йә хроник сирҙәр менән яфаланғандарға һәм ауырлы ҡатындарға прививка эшләтеү тыйыла.
Муниципаль районда коронавирус инфекцияһынан вакциналаныусыларға килгәндә, пунктҡа күпләп вахта юлы менән эшләүселәр мөрәжәғәт итә. Был коллективта сирҙе булдырмау талабы ҡаты ҡуйылыу менән бәйле тип аңлайым.Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре «Район-ара коммуналь һыу каналы» предприятиеһына, «Витязь» машиналар эшләү компанияһына, «БашРТС» һәм «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә мөрәжәғәттәре буйынса күсмә ФАП менән сыҡты.
- Күршемдең коронавирус менән ауырып, өс ай буйы түшәктә ятҡанын күреү ныҡ ауыр булды. Шуға ла вакцинаны кемдер әйтеүе буйынса түгел, ә үҙ теләгем менән эшләттем. Оло йәштә булһам да, һаулығым ҡәҙерле, яҡындарыма имгәк булғым килмәй, - тине яңы ғына кабинеттан вакцина эшләтеп сыҡҡан 83 йәшлек Валентина Черенкова. - Беҙ һуғыш балалары – барыһын да үттек. Был зәхмәтте лә еңербеҙ, тип ышанам.
Вакциналау пункты Стахановсылар урамы, 75-се йорт адресы буйынса поликлиниканың 204-се кабинетында урынлашҡан. Үҙең менән паспорт, СНИЛС алып килеү кәрәк.