Йәмғиәт
12 Март 2021, 09:00

Халыҡ етәкселеккә йүнәлеш тә бирергә тейеш

Ниһайәт, районда хакимиәт етәкселеге, төрлө өлкә өсөн яуаплылар ҡатнашлығында халыҡ йыйылыштары осланып ҡуйылды. Муниципаль берәмек етәкселеге алдында һәр бер осрашыуҙы тағы бер анализлап, уртаҡ проблемаларҙы билдәләү, ведомство-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтеү бурысы тора. Редакция хеҙмәткәрҙәре иһә сиратлап һәр бер йыйылышта булып, биләмәләрҙә халыҡты борсоған һорауҙарҙы яҡтыртыу, күҙаллау маҡсатына өлгәште тип әйтә алабыҙ.Этҡол ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы ла күңелдәрен өйкәгән һорауҙарына яуап табырға тырышты.

Ниһайәт, районда хакимиәт етәкселеге, төрлө өлкә өсөн яуаплылар ҡатнашлығында халыҡ йыйылыштары осланып ҡуйылды. Муниципаль берәмек етәкселеге алдында һәр бер осрашыуҙы тағы бер анализлап, уртаҡ проблемаларҙы билдәләү, ведомство-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтеү бурысы тора. Редакция хеҙмәткәрҙәре иһә сиратлап һәр бер йыйылышта булып, биләмәләрҙә халыҡты борсоған һорауҙарҙы яҡтыртыу, күҙаллау маҡсатына өлгәште тип әйтә алабыҙ.
Этҡол ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы ла күңелдәрен өйкәгән һорауҙарына яуап табырға тырышты.
Биләмәгә Этҡол, Аҙнай, Уразбай, Әсеялан, Авангард, Татьян ауылдары ҡарай. Этҡолда – урта, Уразбайҙа – башланғыс мәктәптәр эшләй, Этҡолда – “Дуҫлыҡ” балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, моделле ауыл китапханаһы, күп функциялы клуб халыҡты хеҙмәтләндерә. Уразбай һәм Аҙнайҙа фельдшер-акушерлыҡ пукттары, клубтар бар. Ауыл Советы буйынса үткән йылда башҡарылған эштәр тураһында ауыл хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов һөйләп үтте.
Уҙған йыл йомғаҡтарына күҙ һалһаҡ, Этҡол, Аҙнай, Уразбайҙа урам фонарҙарын электрҙы аҙ тотоноусы лампаларға алмаштырыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған: 60-лап яңы яҡтыртҡыс ҡуйылһа, 16-һы ремонтланған. Былтыр урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып та ауылдарын төҙөкләндереүгә өлгәшкәндәр,
Аҙнай ауылында И.Ғиниәтуллин урамына 1 мең квадрат метр майҙанда асфальт һалынған. Юлдарҙы тәртипкә килтереү ауылдың йәшәү кимәлен сағылдырыусы мөһим күрһәткес. Этҡолда - Мәктәп, Дуҫлыҡ, Йәштәр, Уразбайҙа Сахалин, Октябрь, М. Әсәҙуллин урамдарына юлдарға ҡырсынташ түшәлгән. Шулай уҡ Авангард ауылы урамына, Ҡыҙыл Йондоҙҙан Татьянға тиклем дә юл төҙөкләндерелгән. Юлдар быйыл да иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Әсеялан, Уразбай, Этҡол ауылдарының бер нисә
урамына ҡырсынташ һалыу буйынса саралар билдәләнгән. Ағымдағы йылда бығаса ҡаралмаған урамдар күҙ уңында буласаҡ, тип белдерҙе ауыл хакимиәте башлығы.
Һыу менән тәьмин ителеш сифаты ла көнүҙәк һорау. Этҡолда былтыр өс колонка алмаштырылған, Йәштәр урамында быға тиклем һыу булмаһа, былтыр 540 метр оҙонлоғонда һыу селтәрҙәре һалынған. Газ үткәреү буйынса ла уҙған йылда күләмле эштәр башҡарылыуы хаҡында әйтелде. Күптән көткән ваҡиға – Уразбай өйҙәре зәңгәр яғыулыҡҡа тоташа башланы. Әлегә 95 өйгә газ ингән, 19 кеше газ үткәреүҙә дәүләт ярҙамын – сертификат ҡулланған. Этҡол һәм Аҙнайҙың газһыҙ урамдарына ла зәңгәр яғыулыҡ индереү буйынса саралар күрелә. Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡоймаларҙы алмаштырыу кеүек эштәрҙән тыш Этҡолға ингән урында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә сквер булдырылған, 700-ләп ағас үҫентеһе ултыртҡандар. Быйылға ошо биләмә эргәһендәге шишмәне төҙөкләндереү
маҡсаты билдәләнгән. Шулай уҡ Уразбай шишмәһенең тирә-яғын матурлау ҙа быйылға ниәттәр рәтендә.
Ауылдарҙан сүп сығарыу өсөн уңайлыҡтар киңәйә бара. Әлеге көндә барлыҡ ауылдарҙа ла сүп-сар өсөн майҙансыҡтар булдырылып, контейнерҙар ҡуйылған. Былтыр ғына өҫтәмә рәүештә биш майҙансыҡ, 20 евроконтейнер урынлаштырылған. Ошоноң менән бергә сүп-сар сығарыуға, уның түләү тәртибенә ҡағылышлы һорауҙар кәмемәй. Дөйөм йыйылышта районда электән ҡалған рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү тураһында тағы бер әйтелде. Күҙ алдына ғына килтерәйек – әле контейнерҙарға килеп ятҡан сүп элек урман-ҡырҙарҙы бысрата, зыянына ҡарамаҫтан сүплектәрҙә рөхсәтһеҙ өйөлә ине. Үҙебеҙ йәшәгән төйәктең тәбиғәттен бысратмаҫҡа тигән өндәү урынлы яңғыраны. Этҡол ауыл Советы буйынса әлеге көндә өс рөхсәтһеҙ сүплек булһа, быйыл уның икәүһен рекультивациялау планлаштырыла. Күсемһеҙ милекте берҙәм дәүләт теркәүенә ҡағылышлы тема ла халыҡҡа ентекле аңлатылды. Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында ер участкаларына, йорттарына хоҡуҡтарын теркәмәгәндәр был эште
оҙаҡҡа ҡалдырмаҫ, моғайын. Этҡолда 1 Май, 7 Ноябрь урамдарында йәшәүселәр һыу менән тәьмин ителеүҙә ауырлыҡтар тоя икән. Был проблеманы хәл итеүҙә ҙур үтенес белдерҙеләр. Һыу селтәрҙәренең иҫкереүе арҡаһында ҡатмарлыҡтар бар. Йыйылышта һыу селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү буйынса иң элек идарасы компания булдырырға, артабан был өлкәлә килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү сараларын күрергә тигән бурыс билдәләнде. Һаулыҡ һаҡлауға, электр, интернет менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы һорауҙар ҙа яңғыраны.
Эшләнгәндәрҙе күреп, баһалап, уңайлыҡтар өсөн рәхмәт белдереүселәр ҙә булды. Шуныһы мөһим - халыҡ йыйылыштан алға билдәләнгән эштәргә үҙ ҡарашын белдерә, тәҡдимдәр индерә алды.

Автор фотоһы.
Читайте нас