Ни сәсһәң - шуны ураһың. Ниндәй өлгө күрһәтеп үҫтерәһең, балаларың шуны ҡабатлай.
Әгәр үҙең тирә-йүнең, дуҫтарың, балаларың менән һыйышмай йәшәйһең икән, балаларыңдың үҙ яҡындары менән татыу булмауына ғәжәпләнмә...
Балаларыңды ниндәйҙер етешһеҙлектә ғәйепләр алдынан сәбәпте үҙеңдән эҙлә: үҙең ниндәй? Нимәгә өйрәтәһең: өлгө бирәһеңме, ғибрәтме? Балаларыңды бер-береһенә ошаҡлап, етешһеҙлектәрен һөйләп тороу улар араһында дошманлыҡ барлыҡҡа килтерә. Береһен яманлап икесеһенә ярарға тырышыу - ахмаҡлыҡ! Унан ғына яҡшы булып ҡала алмайһың, киреһенсә үҙеңә оят була, сөнки үҙең үҫтергән емеш.
Балаларығыҙ араһын буталау үҙегеҙгә соҡор ҡаҙыу ул. Аҙағы яҡшы тамамланмай. Балыҡ башынан серей, тиҙәр, тимәк уларҙың татыу йәшәүе лә, ыҙғышып йәшәүе лә һеҙҙән тора.
Балаларығыҙҙы бер-береһенә яманлар алдынан уйлағыҙ: һеҙ әсәй, һеҙ һөйләгән хәбәрҙәр өсөн улар нығыраҡ борсола һәм һеҙҙе йәлләп туғандарына нәфрәтләнә. Тәүҙә туғандарына, аҙаҡ һеҙгә хәтере ҡала, аралар боҙола.
Ғаиләгеҙҙе саф һыулы, шифалы, йәнегеҙгә дауа бирерҙәй күлгә әйләндерәһегеҙме, әллә йылан ояһындай һаҙлыҡҡамы - үҙегеҙҙән тора!
Балаларығыҙҙы көндәш күреп тиңләшмәгеҙ, уларҙың тормошо башҡа, ә һеҙ уларҙан бер баш юғарыраҡ булырға тейеш. Әммә ул юғарылыҡ йәш билдәһе генә түгел, тәү сиратта аҡыл, тәжрибә, абруй һәм хөрмәт кимәле!