Һарымһаҡтың файҙаһы тураһында яҙып бөтөрөрлөк түгел. Түбәндәге рецепт төрлө инфекцияларҙан, шешенеүҙәрҙән ярҙам итә.
Уны әҙерләү өсөн эмаль кәстрүлгә 2 стакан һыу һалып, талғын утҡа ҡайнатырға ҡуйырға. Һыу ҡайнай башлағас та, уға ваҡ итеп туралған 1 сәй ҡалағы һарымһаҡ өҫтәгеҙ. 5 минут ҡайнағас, 30 минут тирәһе һалҡынса урынға ҡуйып торорға. Һыуҙы һарымһаҡтан һығып алырға. Уны 2 аҙнанан артыҡ ҡулланырға ярамай.
Һарымһаҡ һуты көслө сара булып тора, шуға ла һәр 4-5 сәғәттән һуң ғына һәм ½ стакандан да артыҡ ҡулланырға ярамай.