Хәҙер илдә спорт менән мауығыу модаға әйләнеп бара тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Йәштәрҙең 80 проценты тиерлек даими рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә.
Бөгөн Ишембай уҡыусылары ГТО-ға тест үтте. Улар 3 төркөмгә бүленеп үҙҙәренең физик әҙерлектәрен күрһәтте.
- Бөтә мәктәптәр тиерлек ҙә йәштәренә ҡарап 3 төркөмгә бүленеп ГТО-ла үҙ көстәрен һынай. Ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта ғына. Айырыуса А.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы, 12-се, 11-се мәктәп, 1-се гимназия уҡыусылары бер ҙә һынатмай. Норматив тапшырыусыларҙың һөҙөмтәләре интернет-сайтҡа һалына, аҙаҡ билдәләр (значоктар) тапшырыла. Физик яҡтан яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар 12-14 мартта Салауатта уҙасаҡ республика Ҡышҡы фестивалендә һынау тотасаҡ, - ти Ишембай ҡалаһындағы ГТО-ға тест үтеү үҙәге администраторы Дилә Имәнғолова.
Әйтергә кәрәк, ГТО значогы уның эйәһенә билдәле бер льготалар (мәҫәлән, юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәлмә балдар) бирә.