Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2021, 15:30

Тормош матур – уны яратһаң!

Тормош һуҡмағында осраған ауырлыҡтарҙы сабыр күтәрә белгән, һәр ваҡыт кешелекле, изге йөрәкле булып ҡалған гүзәл заттарыбыҙҙың береһе ул Ғүмәр ауылында йәшәүсе Миңленур Вәхитова. Ошо ауылда тыуып-үҫеп, бар ғүмерен тыуған төйәге менән бәйләгән, ауылының киләсәге өсөн йән атып йәшәгән күркәм шәхес тип белә уны яҡташтары.

Тормош һуҡмағында осраған ауырлыҡтарҙы сабыр күтәрә белгән, һәр ваҡыт кешелекле, изге йөрәкле булып ҡалған гүзәл заттарыбыҙҙың береһе ул Ғүмәр ауылында йәшәүсе Миңленур Вәхитова. Ошо ауылда тыуып-үҫеп, бар ғүмерен тыуған төйәге менән бәйләгән, ауылының киләсәге өсөн йән атып йәшәгән күркәм шәхес тип белә уны яҡташтары.
Миңленур апай менән танышҡанға тиклем уның үҙ телебеҙҙә нәшер ителгән гәзит-журналдар яҙмышына битараф булмауы, яҙылыу осоронда күберәк халыҡты йәлеп итеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәүе тураһында ишетеп белә инек инде. “Торатау” – район тормошоноң көҙгөһө бит. Кешегә гәзиттең мөһимлеге тураһында аңлатыу ғына кәрәк. Ә ҡайһыларына иҫтәренә төшөрөү ҙә етә. Элек мәктәп директоры булып эшләгән осоромда ауылда “Торатау” ҙы алдырып уҡымаған бер генә йорт та ҡалмағандыр ул”, - тип һөйләшеүебеҙ гәзит тураһында башланып китте.
Һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫә әңгәмәсем, бөгөнгө көндә танһыҡҡа әүерелгән олатай-өләсәй тәрбиәһен дә татый.
- Атайым яғынан Иркәбәй олатайым ауыл муллаһы ине. Кешегә ихлас, йылы һүҙле булды, һәр кем менән дә уртаҡ тел таба белде. Эргәһенә беҙҙе йыйып ултыртып әйткән кәңәштәре әле лә онотолмаған – “Кеше таш менән атһа, һин аш менән ат” тип әйтергә яратты. Өләсәйемдең дә тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем, үҙен гел ипле тотто. Ун литрлы еҙ самауырында һәр ваҡыт һыуы ҡайнап ултырыр ине. Кем килеп инһә лә әйҙүкләп өҫтәлгә саҡырҙы. Ишектәре төндә лә бикһеҙ булды. Әле лә иҫләйем, йәш саҡта киске уйындан ҡайтышлай, уятмаҫ өсөн аяҡ остарына ғына баҫып өләсәйемдәргә инә инек тә уның тәмлекәстәре менән сәй эсеп ҡайтып китә инек. Бала саҡта улар менән бергә сәхәргә уянған мәлдәр ҙә йыш иҫкә төшә. Минең уйлауымса балаға 4-5 йәштә үк тәрбиә нигеҙе һалына. Олатай менән өләсәй тәрбиәһе бала өсөн бик кәрәк, - ти хәтирләрен яңыртып Миңленур апай.
Белемгә ынтылышлы, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ булып үҫә ул. Бәләкәйҙән гармун тарта. Һигеҙ баланың барыһы ла был музыка ҡоралында уйнаһа, Миңленурға етеүсе булмай.
- 5-6 йәштә, башҡаларҙан мунсаға кереп йәшеренеп, гармунда уйнарға өйрәндем. Тәүге көйөм “Әпипә” ине. Ә 7-се класта уҡығанда ауыл клубында йәштәрҙе бейетә инем инде, -тип йылмая ул ихласлап.
Алтынсы кластан һуң Өфөгә 1-се интернат-мәктәпкә уҡырға бара. Бейеү түңәрәгенә бик ихлас йөрөй. География менән ҡыҙыҡһыныуы көслө булһа ла, бейеү түңәрәге
етәксеһе кәңәше менән 1975 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниағартыу училищеһына юллана. Студент осоронда кейәүгә сыға.
Тормош шулай ҡоролған, көтмәгән ерҙә һынауҙарын өйә. Гөрләтеп донъя көтөр саҡта йәшләй генә ире мәрхүм була.
- Ул ваҡытта өлкән улым Салауатҡа өс йәш, ҡыҙым Эльвира 40 көнлөк кенә ине. Ике балам менән Стәрлетамаҡтан ауылға ҡайттым. Ауыр саҡта атай-әсәйем терәк булды. Мәктәп директоры музыка уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырғас, ҡаршы килмәнем. Бейеү, гармун түңәрәктәрен дә ойоштороп ебәрҙем, күңелемде шулай эш менән баҫтым. Һуңғараҡ клубта художество етәксеһе эшен дә алып бара башланым. Бинаны эске яҡлап ремонтлап, матурлап ебәргәс, эшкә дәрт тә артты. Йәштәрҙе йәлеп итеп, күңелле генә эшләп алып киттек. Гастролдәргә, бер-береңә концерт менән йөрөү йолаһы көслө ине, - мөкиббән китеп эшләгән йылдарын ҙур ҡәнәғәтлек менән иҫкә алды әңгәмәсем.
Йәш кенә булһа ла халыҡ ышанысын яулаған уҡытыусыға йылдар үтеү менән тағы ла яуаплыраҡ вазифалар йөкмәтелә.1982 йылда район һәм ауыл советына депутат итеп һайлана. Ул саҡтағы иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - Алмалынан Ғүмәргә таш юл һалыу өсөн бар тырышлығын һала.
- Әле лә хәтерҙә, юл түшәлгәс, 1985 йылдың 9 октябрендә беҙгә беренсе тапҡыр Ишембай–Ғүмәр маршруты автобусы килде. Уны икмәк-тоҙ, концерт номерҙары менән тантаналы итеп ҡаршы алдыҡ, - ти ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәгән замандашым.
Шулай, тырышлығыңдың һөҙөмтәһен күреү күңелде үҫтерә. Миңленур Муса ҡыҙы ауыл Советы депутаты булып ҡына ете саҡырылыш хеҙмәт итә, ике саҡырылыш район советы депутаты булып һайлана. Депутат булып эшләгән осоронда йәнә бер ҙур эш башҡарыла - район, колхоз етәкселеге менән берлектә Ғүмәр ауылына зәңгәр яғыулыҡ үтә.
Мәктәп эше, йәмәғәт саралары, уның өҫтәүенә ике бәләкәй бала тип тормай, Миңленур апай ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетын да тамамлай. Юғары уҡыу йортона ингән сағында бәләкәсе 11 айлыҡ ҡына була. География, биология, музыка дәрестәрен алып барырға тура килә. Ә 1993 йылдан алып 1999 йылғаса уның иңенә мәктәп директоры вазифаһы йөкмәтелә.
Хаҡлы ялда ла тыуған ауылының бөгөнгөһө, матур киләсәге тураһындағы уйҙар менән йәшәй мәҡәләм геройы. Ауылдың территориаль йәмәғәт үҙидараһы хәстәре менән берлектә бер нисә йыл элек оптимизация тип ябылған мәктәптә кескәйҙәр өсөн мәктәпкәсә төркөм асыуға өлгәшкәндәр. Балалар бәләкәйҙән үҫешһен өсөн баҡсаның бик кәрәкле булыуын билдәләй тәжрибәле педагог. Ауылды мәсетле итеү сараларынан да ситтә ҡалмаған. Ауылдаштары менән күмәкләп тырышҡас, иман йорто ла ҡалҡа. “Пандемияға тиклем ураҙа ваҡытында бешеренеп килеп мәсеттә ауыҙ астыра инек. Ғәйет намаҙҙары матур итеп уҙғарылды”, - тине үҙе лә намаҙҙа булған апай.
Әлбиттә, яңы сир менән тыуған ҡатмарлыҡтар - ваҡытлыса күренеш. Сир артта ҡалып, ауылдағы изге йолалар йәнә тергеҙелеренә шик юҡ. Уй-ниәттәреңде, башланғысыңды хуплап, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ныҡлы терәгең булғанда был тормоштан атлауҙары күпкә еңел. 1983 йылда Миңленур ханым Әнүр Әсҡәт улына тормошҡа сыға, хәҙер инде бергә ғүмер итеүҙәренә 38 йыл булып киткән. Бергә йорт күтәргәндәр, бергәләп балаларҙы аяҡҡа баҫтырғандар. Уртаҡ улдары Айнурҙың донъяға килеүе ғаиләне тағы ла бөтәйтеп, нығытып ебәргән. Балаларының бөтәһе лә хәҙер үҫеп таралышҡан, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан. Салауат - тәжрибәле водитель, Эльвира оҙаҡ йылдар дауаханала лаборант булып эшләй, Айнур ағас эше менән шөғөлләнә. Миңленур апай менән Әнүр ағай хәҙер биш ейән-ейәнсәргә өләсәй менән олатай. Егәрле ғаилә һаман да тирә-яҡты һоҡландырып донъя көтә.
- Ҡатыным бөтә яҡтан да килгән. Донъя көтөүгә лә егәрле, аш-һыуға ла оҫта, йыр - моңға ла маһир, кешелекле. Артабан да иҫән-һау бергәләп ғүмер итергә яҙһын, - тине Әнүр әхитов ҡатынына йылы итеп ҡарап.
Тәүге тапҡыр 5-6 йәшендә ҡулына алған баян әле лә моңло юлдашы Миңленур апайҙың, һаман да концерттарҙа уйнап, моңло йырҙары менән ауылдаштарының күңелен аса. Ололарҙы йәшлектәренә ҡайтарыусы асҡыс та ул. Беҙ барғанда ла бармаҡтары баян телдәренә тейеү менән моң ағылды, уға йөрәктәргә үтеп инерлек йыр ҡушылды:
Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң?
Моң ҡайҙа һуң әйт, урам....
- Институтты тамамлауым менән ҡотлап, 1985 йылда ҡәйнәм ошо баянды бүләк иткәйне, әле лә ҡулдан төшмәй. Ул саҡта магазинға бер генә баян килгәйне, миңә яҙған булған, -тип йылмая әңгәмәсем.
Әйткәндәй, Миңленур апайҙың ҡәйнәһе - 82 йәшлек Райфа Ғәлимйән ҡыҙы менән дә таныштыҡ. Балаларының матур тормошонан ул да бик бәхетле:
- Улым менән киленемә рәхмәт. Хөрмәт итеп, “кил” тип саҡырып ҡына торалар.Бөтәһенә ҡәнәғәтмен. Киленем яҡты йөҙлө, йылы һүҙле, ҡасан килһәм дә өҫтәлендә тәмле ризыҡ, - тине 16 йәштән фермала эшләгән, һауынсы булып ҡына 20 йыл хеҙмәт иткән инәй.
Кешене хеҙмәт күтәреүенә Вәхитовтар ғаиләһе миҫалында йәнә бер инандыҡ. Миңленур Муса ҡыҙының да хеҙмәт йылдарының матур иҫтәлеге булып маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары һаҡлана. Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаты, “Уйна гармун! Яңғыраһын таҡмаҡ” район фестивалендә ҡатнашып яулаған дипломы уларҙың бер нисәһе генә.
- Тормош ҡыйынлыҡтарын - Аллаһы Тәғәлә биргән һынауҙарҙы түҙемлек менән үткәрергә кәрәк. Ҡайғым бар тип бөтөрөнөп ултырғандан тормош яҡшырмай. Үҙеңде эшкә әүрәтергә кәрәк. Тормошто яратһаң, йәшәүе лә күпкә еңел. Икмәк һалам икән, ҡамырын күңел һалып баҫам.Шул ваҡытта ул уңа, тәмле була. Баянды ҡулыма алһам, бөтә донъямды онотоп, рәхәтләнеп уйнайым. Етеп килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан барлыҡ гүзәл заттарға һаулыҡ, бәхет теләйем. Ололарға – ҡартлыҡ бәхете, йәштәргә эш, донъя бәхете насип булһын ине, - тине Миңленур апай.
Изге күңелле, яҡты уйлы кешеләр менән аралашҡанда үҙең дә ыңғай тойғоларға байып ҡайтаһың һәм ул көсҡеүәт әллә күпмегә етә. Кешеләрҙе яратыуҙары, изгелекле булыуҙары бәхетле итә Вәхитовтарҙы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: