Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2021, 21:50

Вәсиләнең бәхете

Институтта уҡығанда Ғәзизгә көнләшеүселәр егеттәр араһында ла етерлек булды. Төҫ тиһәң, төҫ, буй тиһәң, буй бар, уҡыуы ла шыма бара, ҡыҙ-ҡырҡын араһында абруйы юғары. Өҫтәүенә егеттәрҙең төн йоҡоларын ҡалдырған иҡтисад факультетының һылыуҙарҙан-һылыуы Зилиәне үҙенә ҡаратҡас, көнсөләр йәнә арта төштө. Ҡыҙ үҙе һайлағас, егеттең бында ни ғәйебе бар? Шатланырға ғына кәрәк тә бит, ә уларҙың талаҡтары ташып бара...

Институтта уҡығанда Ғәзизгә көнләшеүселәр егеттәр араһында ла етерлек булды. Төҫ тиһәң, төҫ, буй тиһәң, буй бар, уҡыуы ла шыма бара, ҡыҙ-ҡырҡын араһында абруйы юғары. Өҫтәүенә егеттәрҙең төн йоҡоларын ҡалдырған иҡтисад факультетының һылыуҙарҙан-һылыуы Зилиәне үҙенә ҡаратҡас, көнсөләр йәнә арта төштө. Ҡыҙ үҙе һайлағас, егеттең бында ни ғәйебе бар? Шатланырға ғына кәрәк тә бит, ә уларҙың талаҡтары ташып бара...
Бер нисә йылдан йәштәр ныҡлап аяҡҡа баҫты, ата-әсәләре иҫән-һау булғас, ике яҡтан да ярҙам килеп тора. Ололар йәштәрҙең оҙаҡламай ейәндәр менән һөйөндөрәсәгенә өмөтләнде, тыныс ҡына, уларҙың ҡолаҡ итен ашамай ғына, яйлап һүҙҙе шул яҡҡа борорға тырышты. Тик тегеләр - ләммим... Ғәзиз дә бер нисә тапҡыр хәләл ефете менән сабыйҙар хаҡында хәстәрлек күрергә теләүен белдерҙе. Тик Зилиәһе генә ҡаялай ныҡ, көйһөҙ балалай тиҫкәре, “биш-алты йылһыҙ был хаҡта ауыҙ ҙа асма, саҡ күтәрҙеләр, мин эштән китһәм, теге йән көйөгөн минең урынға ултыртыуҙары ихтимал”, тип ҡырт киҫә. “Йән көйөгө” тигәне элекке әхирәте Әминә инде, ниңәлер, бергә эшләй башлағас, һис кенә лә борсаҡтары бешмәй.
Иртәле-кисле бәхәстәр, тик торғандан һүҙгә килешеү, ауыҙға һыу уртлағандай һөйләшмәй йөрөүҙәр эҙһеҙ ҡалманы, тора-бара ир менән ҡатын араһы һиҙелерлек һыуынды, әйтерһең дә, бер фатирҙа йәшәргә мәжбүр булған күршеләр генә улар! Хатта һөйләшергә һүҙ ҙә ҡалмағандай... Ирҙең һөрөм баҫҡандай борсоулы йөҙөндәге үҙгәрештәрҙе хеҙмәттәштәре һиҙмәне түгел, һиҙҙе, әлбиттә. Өйөңдәге сүпте тышҡа сығарыуҙан файҙа юҡлығын Ғәзиз аңлап, эстән генә һыҙҙы. Зилиәнең эштән һуңлап ҡайтыуҙарына ла күнекте, күнде ир.
Нисек кенә йәшерергә тырышмаһын, һиҙгер күңелле ҡатын-ҡыҙҙың иғтибарынан бер ни ҙә ситтә ҡалмай. Ғәзиз Ирек улының шәхси секретары булып эшләгән “робот” Вәсилә быға тиклем дөпөлдәтеп баҫып, бөтә донъяны балҡытып йөрөгән начальнигын аңлай алмай аптыраны. Ипле, яуаплы, һәр йомошто еренә еткереп үтәргә ғәҙәтләнгән ҡыҙҙың шыҡһыҙ кейенеүенә, башындағы сәстәрен көлтәләй бәйләп ҡуйыуына, оҙон йәмһеҙ юбкаһына өйрәнеп бөтөлгән. Уны ир-ат үҙ-ара "мымра" тип атаһа ла, ҡыҙға ҡарата уҫал ниәттәре юҡ, сөнки уның эшен яҡшы белеүе бөтә етешһеҙлектәрен ҡаплай. Шәхси тормошонан уңмаған начальнигын ысын күңелдән йәлләгән Вәсилә уға нисек ярҙам итергә белмәй ыҙаланды.
Көтөлмәгән осраҡлы хәлдең тормошон тамырынан үҙгәртер тип кем уйлаһын? Эш аҙағында Ғәзиз Зилиәгә шылтыратып, уның менән тағы ла бер тапҡыр һөйләшеп, мөнәсәбәтте йомшартыу теләге менән ресторанға саҡырырға булды. Тик тегенеһе “эшем күп, һуңлап ҡайтырға тура килер”, тип ҡырт ҡына телефонын һалып ҡуйҙы. Бер ҡосаҡ документтар күтәреп килеп ингән Вәсиләне күргәс, төшөнкөлөккә төшкән ир үҙе лә һиҙмәҫтән: “ Вәсиләкәй, ҡара күҙкәй, ресторанға барғың киләме?”- тип шаяртҡандай, һүрән генә йылмайған булды. Ҡыҙ ризалығын белдереп баш ҡаҡты.
Кискеһен ресторан эргәһендә осрашҡас, ир уны тәүҙә танымай торҙо. Ен алыштырғанмы әллә? Ҡупшы кейенгән, затлы күлдәктә, төҙәнгән-биҙәнгән йәш кенә ҡатын баҫып тора... Ә күҙҙәре тере ҡуҙҙай осҡонланып яна. Ҡайҙа булған шөкәтһеҙ, ҡотһоҙ Вәсилә? Был кисте Ғәзиз оҙаҡ онота алманы.
Зилиә менән тауыш-тынһыҙ тигәндәй айырылыштылар, ҡатыны шуны ғына көткән шикелле “күптән яңы тормош башларға кәрәк ине”, тип ысҡындырҙы. Бер аҙнанан һуң Ғәзиздең Вәсиләгә тәҡдим яһауы ойошмала көтөлмәгән шаҡ ҡатырғыс хәл булды.
Был ваҡиғаға ете йыл ваҡыт үтһә лә, ике сабыйға атай булырға өлгөргән Ғәзиз Ирек улы үҙе һайлап алған яҙмышына һис үкенмәй, ғаилә бәхетен бер байлыҡҡа ла алмаштырырға йыйынмай, ә “робот” Вәсиләһен ус төбөндә генә йөрөтә, тиҙәр.
Фото: Booksts.com
Дина Арсланова
Читайте нас: