Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2021, 19:38

“Саратский” йәки өҙөлгән моң (булған хәл)

Йәйге бер иртәлә, кәрәге бөткән әйберҙәремде сығарып бәрәйем тип сүп-сар ташлай торған урынға барһам, ундағы һауыттарҙың береһендә мөйөшкә генә ҡыҫылып ятҡан ҡыңғыраулы гармун күҙемә салынып ҡалды.

Йәйге бер иртәлә, кәрәге бөткән әйберҙәремде сығарып бәрәйем тип сүп-сар ташлай торған урынға барһам, ундағы һауыттарҙың береһендә мөйөшкә генә ҡыҫылып ятҡан ҡыңғыраулы гармун күҙемә салынып ҡалды.
Бөтөнләй төҫөн юғалтҡан, телдәре ашалып, ҡартаһы ҡырҡ ямаулыға әйләнеп бөткән был илаһи моң эйәһен күргәс тә башыма: «Их, бахырҡай, һин кемдеңдер иң яҡын дуҫы, ҡайғыла саҡтарында йыуатыусыһы, шатлыҡлы мәлдәрендә күңелен артабан да осондороусыһы, урының да һәр ваҡыт түрҙә булғандыр ҙа бит, әммә кәрәгең бөткәс сүп-сарға әйләнеп, шуларға күмелеп ятаһың. Хужаң яҡты донъяла юҡтыр, тере булһа был хәлгә юл ҡуймаҫ ине», - тип уйлап ҡуйҙым. Шул уҡ ваҡытта халыҡ телендә «Саратский» тип йөрөтөлгән ошо гармун ҡапылдан бала сағымды иҫкә төшөрөргә лә мәжбүр итте.
Һуғыш уйыны уйнап йөрөгән бер төркөм малайҙар, Саратский ҡарттың һарайы артында ҡарталары тураҡланып ташланған тап ошондай гармунды тап иттек. Әлбиттә, был беҙҙең өсөн оло табыш ине. Шунда уҡ гармунды һүтә алғансы һүтеп, уның әйберҙәрен үҙ-ара бүлешә һалып та алдыҡ. Ҡыңғыраулы яғын «ырпый» ҡушаматлы «командирыбыҙ» Рафай үҙенә алды, ә беҙгә, йәғни «ябай һалдаттарға», ауыҙға ҡабып өргәндә тауыш сығарыусы шаҡмаҡлы тимерҙәре эләкте. Әйткәндәй, артабан был тауыштар ауылдың төрлө мөйөшөндә ишетелеп тороп, ауыҙҙарыбыҙ талып, үҙебеҙ ялҡып бөткәнсе тынманы.
Ул саҡта беҙ был гармундың ниңә сығарылып ташланыуы, ниңә ҡарталары тураҡланыуы хаҡында уйлап та ҡарамағанбыҙҙыр, әлбиттә. Шулай ҙа бер яңғыҙы ғына йәшәгән Саратский ҡарттың өйөнән һирәк-мирәк кенә ишетелеп ҡалғылаған ҡыңғырау сыңына ҡарап уның хужаһы кем булыуын белә инек һәм нисектер тартынып, ҡарттың ихатаһы тирәһендә һыбыҙғыларыбыҙҙы һыҙғыртмаҫҡа тырыштыҡ. Беҙ табышҡа юлыҡҡандан һуң күп тә үтмәй Саратский ҡарт үҙе лә үлеп китте һәм ул да, уның гармуны ла бала сағымдың бер ҙур булмаған хәтирәһе булып ҡына иҫемдә ҡалғандыр, тиһәм дә ярай.
Әммә бик күп йылдар үткәс, республикала «Тальян гармун» байрамдары гөрләй башлағас, әсәйем Саратский ҡартты ла, уның саратский гармунын да иҫкә төшөрөп, улар хаҡында күңелемдә мәңгегә уйылып ҡалырлыҡ бер хикәйәт һөйләп алды.
  • Бынауҙарҙы ҡарап ултырам да, әммә береһе лә Ғариф ағайға еткерә алмай, һай оҫта гармунсы ине ул, - тип башлағайны ул һүҙен, телевизорҙан күҙен алмайынса ғына.
  • Кем ул Ғариф ағай тигәнең? - тигән һорауымды ишеткәс әсәй аптырабыраҡ ҡалды.
  • Уны иҫләмәйһеңдер шул?! Хәйер, барыһы ла «Саратский» тип кенә йөрөткәс ысын исеме иҫеңдә ҡалмағандыр, - тип ҡуйҙы ул һәм уның хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләп бирҙе.
  • … Ғариф ағайҙың атаһы Хәсән ҡарт ниңәлер колхоздан ситләшеп, ғүмере буйы, тип әйтерлек күрше Михайловкала ауыл көтөүен көттө. Малайын да бәләкәй сағынан уҡ үҙе менән йөрөттөме икән – минең хәтергә улар аталы-уллы ҡараңғы төшөр алдынан ғына арҡаларына тоҡсайҙарын аҫып, сыбыртҡыларын һөйрәп ауылдың арғы осонан килеп инеүселәр булып һеңеп ҡалған. Үҙҙәре мал тотмаһалар ҙа тормоштары етеш кенә ине буғай. Көтөү хаҡына байтаҡ ҡына ит-май, картуф, иген тейәп ҡайта торғайнылар. Хәсбә инәй, «урыҫ ашы» тип беҙҙең кеүек бала-сағаны ҡыяр, помидор, кишер менән һыйлаштырғылап та алғыланы. Үҙебеҙ үҫтермәгәс, ни, был ят ризыҡтар беҙгә шул тиклем тәмле булып тойола ине.
    Ғариф ағайҙың егет ҡорона инеүе үҙе яһап алған скрипкала уйнап клубта ҡыҙҙарҙы бейетеүе менән хәтерҙә ҡалған. Ул шул ҡәҙәре бирелеп, дәртле итеп уйнай ине. Хатта бейемәгән ереңдән бейеп китерһең. Көй ыңғайына бөтә тәненең һелкенеп, аяҡтарының тыпырҙап алыуы әле лә күҙ алдымда. Ә бер ваҡыт ул клубҡа ҡыңғыраулы гармун тотоп килеп инде. Бик үк яңынан булмаған был гармунды көтөү хаҡына берәйһенән алған булғандыр, моғайын. Ҡасан уйнарға өйрәнгәндер - килеп инеү менән ҡыңғырауҙарын сыңлатып, дәртле бейеү көйҙәрен һыҙҙырып та ебәрҙе. Шул көндән башлап клубта гармун моңо тынманы. Уны тыңлар өсөн хатта ҡарт-ҡоролар ҙа бында килә башланы. Ә инде беҙ, бала-саға тип клубҡа индермәгәс, ҡаса-боҫа тәҙрәләренән генә күҙәтә торғайныҡ.
    Бер ваҡыт ауылда Ғариф түбән остоң бик тә һылыу ҡыҙы Фәриҙә менән йөрөй икән, тигән һүҙ сыҡты. Хәйер, ҡыҙ менән егет бер-береһенә ғашиҡ икәнен йәшермәнеләр ҙә, шикелле. Клубта ла, унан ҡайтҡанда ла гел бергә булып, етәкләшеп үк йөрөй торғайнылар, тип әйтерлек. Фәриҙә апай төҫкә лә сибәр, йырға ла бик оҫта ине. Ауыл йәштәре концерт әҙерләп күрһәтһә Фәриҙә апай моңло тауышы, ә Ғариф ағай ҡыңғыраулы гармуны менән уға ҡушылып уйнап, халыҡтың һушын алыр булды. Арытырлыҡ хәлгә еткергәнсе йырлата-уйната торғайнылар уларҙы. Әйткәндәй, Ғариф ағай гармунының «Саратский» тип аталып йөрөтөлөүен дуҫ-иштәренә ишеттергән булғандыр, ә бына үҙенә шул ҡушамат тағылыр, тип уйламағандыр, моғайын. Күп тә үтмәй олоһо ла, кесеһе лә уның үҙен «Саратский» тип кенә атап йөрөтә башланы. Ғариф ағайҙың үҙенә лә был ҡушамат хуш килгәндер, күрәһең - шулай тип өндәшһәләр ҡәнәғәт кенә йылмайып ҡуйыуы иҫтә ҡалған.
    Ул саҡта «Ғәлиәбаныу» спектакле бик тә атаҡлы ине. Һәр ауылда тип әйтерлек шуны өйрәнеп күрһәттеләр. Беҙҙекеләр ҙә шуны ҡуйғанда Ғариф ағай менән Фәриҙә апай төп ролдәрҙе башҡарып, барыһын да илатыуы әле лә күҙ алдымда. Улар шул тиклем бирелеп уйнаны - әйтерһең дә был спектакль улар өсөн генә яҙылған инде.
    Йәй баштарында ауылда Ғариф менән Фәриҙә һүҙ ҡуйышҡандар, көҙ туйҙары буласаҡ икән тигән хәбәр ҙә сыҡты. Ауыл халҡы быны бик тә тәбиғи итеп ҡабул итте, сөнки уларҙы күптән матур пар итеп күрәләр ине инде. Ләкин ул 1941 йыл - ҡәһәрле һуғыш башланған йыл ине шул.
    Ике ағайымды ла, Ғариф ағайҙы ла фронтҡа бер көндө оҙаттыҡ. Башҡалар менән бергә арбаға ултырып алған Саратский ауыл осона еткәнсе үҙәктәргә үтерлек итеп гармунында һыҙҙырҙы. Уның уйнағандары яҡындарын оҙатыусыларҙың һағыш-хәсрәттәрен артабан да үҫтереп, таш бәғерлеләрен дә илатмай ҡалмағандыр, моғайын.
    Ауылды сығыу менән Ғариф ағай арбанан һикереп төштө лә, ғәм халыҡ алдында Фәриҙәһен ҡосаҡлап үбеп, гармунын уға тотторҙо. Мин яндарында ғына тора инем - ҡолағыма унан: «Мә, һылыуым, мин әйләнеп ҡайтҡансы гармунымдың тауышын тындырма», - тигән һүҙҙәре сағылып ҡалды.
    Ысынлап та, Фәриҙә апай һуғыш бөткәнсе тип әйтерлек ҡыңғырау сыңын тындырманы. Ҡасан өйрәнеп алғандыр - һәр кис ауылда гармун тауышы яңғырамай ҡалманы. Йәйен дә, ҡышҡы оҙон кистәрҙә лә Фәриҙә апайҙарҙың өйөнән моң ағылды. Ҡатын-ҡыҙ гармунға ҡушылып йырлап, ҡайғы хәсрәттәрен баҫты. Ауыр осорҙа был гармун ауыл халҡының күңелен арбаусы берҙән-бер әйбер булды, тиһәң дә ярай.
    Һуғыш бөткән йылды уң ҡулын ҡалдырып ҡайтып төштө ауылға Ғариф ағай. Гармунсы өсөн ҡулһыҙ ҡалыуҙың нисек ауыр икәнен ул үҙе генә тулыһынса аңлағандыр, моғайын. Ҡайтыу менән гармунын теҙенә ҡуйып, байтаҡ күҙ йәше түкте тинеләр уны. Фәриҙә апай уйнағанда ла күҙҙәре йәшкә мансылмай ҡалмай торғайны тип тә һөйләнеләр. Әйткәндәй, улар күп тә үтмәй өйләнешә һалып та ҡуйҙылар. Туйҙарында инде кейәү менән кәләше бер-береһенә һыйынышып ултырып алып, береһе һул ҡулы, икенсеһе уң ҡулы менән гармунда уйнап ебәргәндәр. Иҫ китәрлек булды, Ғариф ағайҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине, тип һөйләнеләр. Артабан да гел шулай бер гармунда икәүләшеп уйнанылар улар. Әле лә күҙ алдымда: клубта концерт ҡуйғанда сәхнәгә бер-береһенә һыйынышып сығып баҫалар ҙа Ғариф ағай ҡыңғыраулы яғына баҫып, Фәриҙә апай икенсе яғында бармаҡтарын йүгертеп уйнап, моңло тауыштары менән йырлап ебәрәләр. Ҡарап ултырыуҙары үҙе бер ҙур кинәнес инде, хатта. Халыҡ ҡул саба-саба бик оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәй торғайны. Ғариф ағай менән Фәриҙә апай заманында ауылдың иң матур бер биҙәге булдылар.
    Һуғыш күрһәткән ҡайғы-хәсрәттәр, килтергән бәлә-ҡазалар иҫ китерлек булды. Әммә улар һуғыш бөтөү менән генә лә бөтмәне. Аламалыҡтарын фронтовиктарға ла тағып ебәргәйне ул. Элек ауылда эскәне, тартҡаны өсөн «урыҫ Сәхи» тип йөрөткән кешенән башҡа тәмәке көйрәтеүсе лә булманы. Ә инде һуғыштан ҡайтыусыларҙың барыһы ла тип әйтерлек эсә лә, тарта ла ине.
    Йыш ҡына ауыл уртаһындағы бәләкәй генә ағас магазин янына ултырып алып мәжлес ҡора торғайны улар. Яман ғәҙәт Ғариф ағайҙы ла урап үтмәгән, ул да һәр саҡ мәжлестең уртаһында булды. Эскән кеше йырға, бейеүгә әүәҫләнеп китә. Ә гармунһыҙ бик йырлап та, бейеп тә булмай бит инде. Шуға ла Ғариф ағай: «Фронтовиктарҙың һүҙен йыҡмайыҡ», - тип инәлеп-ялбарып Фәриҙәһен алып килә. Ҡатын-ҡыҙҙың өйөндә эше былай ҙа бөткөһөҙ. Шулай уҡ бер үҙе шыр ир-ат араһында ултырыуҙы ла килештермәгәндер - Фәриҙә күп осраҡта бармай ҡала, барһа ла бер-ике көй уйнай ҙа ҡайтып китә һала. Эскән кеше быны аңлаймы ни – Ғариф ағай ҡайтып тауыш сығара. Хатта ҡулын да күтәргән, буғай. Фәриҙә апай аталарына ҡайтып киткеләп тә алды. Шул осорҙа ауылда гармун моңо бөтөнләй тынып ҡала торғайны.
    Нишләптер уларҙың балалары тыуа торҙо, үлә торҙо. Һуңғылары йәшен тултырғансы йәшәп ҡалып, ғүмере өҙөлдө. Ата менән әсә уға ныҡ эҫенеп тә өлгөргәндәр, буғай, сабыйҙарын юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе. Ир-ат ҡайғыны араҡы менән баҫыусан. Ә бына Фәриҙә апай ниңә шул юлға баҫҡандыр инде, ул да ире ыңғайына төшөргөләй башлаған. Магазин янындағы мәжлестәрҙә лә йыш ҡына күренгеләй торғайны. Ҡатын-ҡыҙға күп кәрәкме ни - оҙаҡ та үтмәй ире менән сайҡалышып гармунда уйнай-уйнай өйҙәренә ҡайтыуҙары йышайҙы.
    Оҙаҡламай мәжлестәр өйҙәргә күсте. Халыҡ тамаҡтары туйып, донъялары бөтәйә башлау менән ҡунаҡ йыйырға әүәҫләнеп алды. Әлбиттә, был мәжлестәрҙең түрендә гармунсылар булды. Ғариф ағай менән Фәриҙә апайҙың айныҡ көндәре һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе. Шулай ҙа ир кеше ниндәй һаҙлыҡҡа бата барғандарын һиҙҙеме икән, бәлки эскән ҡатын, һыңар ҡулы менән донъяны бик көтә алмаҫтарын, ас-яланғас ҡаласаҡтарын төшөнгәндер, мәжлескә йөрөүҙәрҙән ҡырҡа баш тартты. Ә бына ҡатынын шул һаҙлыҡтан һөйрәп сығара алманы. Уны өйөнә бикләп тә тотоп ҡараны, ләкин бушҡа ғына. Фәриҙә апай нисек тә яйын табып, ҡасып-боҫоп булһа ла эсеүен белде. Хатта өйөнә лә ҡайтмай, аҙналар буйы ҡайҙалыр эсеп йөрөгөн саҡтары ла булғыланы. Бер нисә тапҡыр Ғариф ағайҙың иҫерек ҡатынын атлы арбаға һалып алып ҡайтып килгәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем хатта.
    Бер көндә ауылда «Ғариф Фәриҙәһен башына балта менән һуғып үлтергән» - тигән хәбәр таралды. Сыҙамлығы сигенән сығып, асыуынан, ғәрлегенән ҡатынына ҡул күтәргәндер инде бахыр ир. Ғариф ағайҙы шул көндө үк алып китеп ун йылға ултыртып ҡуйҙылар.
    Ҡартайып, ысын бабайға әйләнеп ҡайтты ул төрмәнән. Өйҙәренән гармун моңо, ҡыңғырау сыңы уны алып киткәнсе үк тынып ҡалғайны. Ҡабат яңғыраманы ул сың. Өҙөлдө, бөтөнләйгә өҙөлдө моң.
    Әсәйем һөйләп бөткәс йәшләнгән күҙҙәрен һөртөп алды ла: «Ул минең бала сағымды, йәшлегемде оҙатып барған моң да ине бит» – тип өҫтәп ҡуйҙы.
    Читайте нас: