Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2021, 16:00

Әсәй барҙа – һәр кемебеҙ бала

Әсәйебеҙ Нурия Абдулла ҡыҙы 1951 йылдың 12 мартында Әрметрәхим ауылынан Ғәлимовтар ғаиләһендә өсөнсө ҡыҙ бала булып тыуа. Бәләкәстән зирәк тәбиғәтле, шуҡ, сая ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай, донъя мәшәҡәттәренә лә бирешмәй. Ғәлимовтарҙың ҡыҙҙары бер эштән дә ҡурҡмай, етеҙ, тырыш ныҡыш, уңған булып үҫә.

Әсәй барҙа – һәр кемебеҙ бала,
Әсәйһеҙҙәр – етем һәр йәштә,
Бәлә-ҡазаларҙан ҡурсый беҙҙе,
Әсәй тигән изге фәрештә.

Әсәйебеҙ Нурия Абдулла ҡыҙы 1951 йылдың 12 мартында Әрметрәхим ауылынан Ғәлимовтар ғаиләһендә өсөнсө ҡыҙ бала булып тыуа. Бәләкәстән зирәк тәбиғәтле, шуҡ, сая ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай, донъя мәшәҡәттәренә лә бирешмәй. Ғәлимовтарҙың ҡыҙҙары бер эштән дә ҡурҡмай, етеҙ, тырыш ныҡыш, уңған булып үҫә. Иҫәп-хисапҡа оҫта булғанғамы, Абдулла олатайым әсәйемде бәләкәйҙән үк һәр ваҡыт үҙе менән алыҫ Белоретҡа ҡыяр һатырға йөрөткән. Кесерткән тоҡтарға тултырылған ҡыярҙы йөкмәп, машинанан-машинаға күсеп, алыҫ юлдар йөрөгәнен, өйҙә Ғәйшә өләсәһенең тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, ут йотоп, ишектән кергәс тә: “Хоҙайға шөкөр, иҫән генә ҡайтып еттегеҙ”, - тип ҡаршы алғандарын һөйләгәндә әсәйемдең күҙҙәренә әле лә йәш тула…
Һөнәр һайлауҙа ла аҡыл менән эш итә әсәйем. Стәрлетамаҡ ҡалаһында техник лаборант һөнәре буйынса эш башлап, ҡалала ҡалырға тейеш булһа ла, олатайым менән өләсәйемдең ауырыуҙары сәбәпле, ауылға ҡайтырға ҡарар итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәйшә өләсәйем менән Абдулла олатайымдың ғүмерҙәре бик ҡыҫҡа була. Әсәйем йәшләй генә ике апаһы, 5-се класта уҡыған һеңлеһе менән етем ҡала. Әрметрәхим мәктәбендә эшләп йөрөгән ваҡытта атайыбыҙ Бәхтегәрәй Әхмәтгәрәй улын осратып, сәстәрен-сәскә бәйләп, йәштәр ғаилә ҡороп ебәрә. 1971 йылда Маҡар урта мәктәбенең директоры Абдулла Сәйфулла улы йәштәрҙе эшкә саҡыра һәм улар атайымдың тыуған ауылына күсеп ҡайта. Бәләкәстән алған матур тәрбиә әсәйемде ғүмер юлында намыҫлы хеҙмәт кисереп, байтаҡ уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә.
Маҡар мәктәбендә әсәйем хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы һәм интернатта тәрбиәсе булып эш башлай. Үҙенән бер нисә йәшкә генә бәләкәй уҡыусыларҙы уҡытыуҙан да, тәрбиәсе вазифаһынан да ҡаушап ҡалмай йәш ҡыҙ. Балаларҙың ышаныслы кәңәшсеһе, яҡлаусыһына әйләнә, үҙенең күңел йылыһын бирергә тырыша. …Интернетта тәрбиәләнеп белем алған Ғүмәр ауылы ҡыҙы Ғәлиә апай менән Маҡар дауаханаһында оҙаҡ йылдар бергә хеҙмәт иттек. Шул ваҡытта Ғәлиә апай: “Әсәйең өйҙәрен, ата-әсәһен һағынған балалар өсөн ныҡ яҡын булды. Беҙҙе ул өйөнә алып ҡайтып, тәмле ризыҡтары менән һыйлар ине, хатта беҙ унан концерт ҡуйғанда, клубҡа барғанда кейемдәрен һорап алып тора инек”, - тип йәшлек хәтирәләрен һөйләй торғайны. Ә әсәйем үҙенең уҡыусыларын беҙгә һәр ваҡыт үрнәк итеп ҡуйҙы. Шул замандағы балаларҙың тәртиплелеге, уңғанлығы, эскерһеҙлеге, аҡыллылығы, татыулығы хаҡында әле лә һоҡланып һөйләй ул.
1980 йылда тәжрибәле уҡытыусы-тәрбиәсене балалар баҡсаһына эшкә саҡыралар, күп тә үтмәй, әсәйебеҙгә балалар баҡсаһы мөдире эшен ышанып тапшыралар. Ул йылдарҙа бинаның ремонт эштәренә, балаларҙы өшөтмәҫ өсөн ҡаҙанлыҡҡа ваҡытында утын килтерергә, дәрестәр үткәрер өсөн кәрәкле уйынсыҡтар, инвентарҙар, материалдар алыр өсөн күп ишектәр ҡағырға тура килә. Нурия Абдулла ҡыҙы балаларға уңайлы шарттар булдырыу, заманса яңылыҡтарҙы үҙләштереү өсөн бар күңелен һалып тырыша. Балаларҙа атай-әсәйгә ихтирам, ололарға хөрмәт, тыуған ергә, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү кеүек төшөнсәләрҙе тәрбиәләү, төплө белем биреү, физик яҡтан үҫтереү өсөн тәрбиәселәр ҙә, ата-әсәләр ҙә күп көс һалды ти, әсәйем. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре фольклор байрамдарында ла, концерттарҙа ла, спорт ярыштарында ла алдынғы рәттә була. Әсәйебеҙ балалар яратҡан татыу, берҙәм коллективта ун йыл ең һыҙғанып эшләне, ҙур ихтирамға лайыҡ булды. Ул дәүерҙә бергә эшләгән Миникамал инәй әле лә “Балаҡайым, әсәйең үҙе лә тырыш булды, беҙҙе лә кәрәген биреп эшләтте”, - тип көлөп һөйләп ала. Ошо ябай ғына һүҙҙәр беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ, халыҡтан иң оло маҡтау.
Эшкә яуаплы, ышаныслы хеҙмәткәрҙе 1990 йылда ауыл Советына эшкә күсерәләр. Был осорҙа ул бухгалтер вазифаһын ғына башҡарып ҡалмай. Аҡыл, тәжрибә туплаған, тура һүҙле әсәйемде ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп тә һайлайҙар. Ул заманда төрлө тармаҡтарҙан ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы итеп һайланған булдыҡлы ханымдар депутаттар менән берлектә сәләмәт тормош яҡлап, ғаиләләрҙе хәстәрләп, эскелеккә, эшһеҙлеккә ҡаршы, балаларын тейешле кимәлдә ҡарамағандарға бер туҡтауһыҙ рейдтар уҙғарҙы. Ҡыҫҡаһы, үҙҙәре совет, үҙҙәре милиция, үҙҙәре опека булды.
Яуаплы эштән күңелдәргә яҡты хәтирәләр булып уйылып ҡалған мәлдәре лә бик күп... Ауыл һәм район һабантуйҙары, урамдар араһында ойошторолған мәҙәни саралар, йолалар тергеҙеү айҡанлы “Ҡарға бутҡаһы” фольклор байрамын уҙғарыу (1996 йылда хатта киноһын төшөрҙөләр), һәр байрамға бай йөкмәткеле концерттар һәм һағынып иҫкә алырлыҡ бихисап спектаклдәр... Берҙәмлектә – бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. “Маҡар ауылы халҡына шул осорҙа уҙғарылған һәр сарала ихлас ҡатнашыуҙары, берҙәм һәм сәмле булғандары, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғандары өсөн рәхмәтлемен”, - ти әсәйем. Әле лә ауылдашыбыҙ, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Шәрифа Юлғотлина әсәйемә Маҡтау грамотаһы тапшырған ваҡытта: “Нурия апай һәр мәҙәни сараның әүҙем ҡатнашыусыһы, оҫта ойоштороусыһы булды. Һинең һымаҡ эшләгән ҡатынҡыҙ юҡ”, - тип ихлас ҙурланы. Эшендә лә, тормошонда ла кешеләрҙе һоҡландырып йәшәгән ҡатындың 38 йылдан ашыу хеҙмәт стажы бар. Билдәле уҡытыусы Гөлсәсәк Сафиулла ҡыҙы Таһированың (Мөхийәнова) яратҡан оло килене булараҡ та һынатмай ул. Ҡәйнәһенең тоғро кәңәшсеһе, һәр эштә таянысы ла, ярҙамсыһы ла була. Һыуҙар аға – ярҙары ҡала. Ғүмер үтә – кешеләр ҡала... Кешеләр күсә – нәҫеле ҡала, эшләгән эштәре, ҡылған яҡшылыҡтары, изгелектәре ерҙә, киләсәк быуындар хәтерендә, күңелендә ҡала... Ысынлап та, ҡәйнештәренең, ҡайынбикәләренең күңелендә – еңгәләренә ҡарата ғорурлыҡ хистәре генә һаҡлана. Сөнки ул үҙенең аҡыллы кәңәштәре, фекерҙәре менән һөнәри яҡтан үҫешергә һәр ваҡыт тәүгеләрҙән булып ярҙам итте. “Ишембай районында абруй яулаған уҡытыусылар булып танылыуыбыҙҙа, “Уҡытыусылар династияһы” тигән өлгөлө исемде дауам итеүебеҙҙә еңгәбеҙҙең дә өлөшө ҙур”, - ти ҡайынһеңлеләре Гөлшат, Гөлнур һәм ҡәйнеше Салауат.
Атайыбыҙ Бәхтегәрәй Әхмәтгәрәй улы Мөхийәнов – ғүмер юлында ышаныслы таянысы, тоғро яратҡан ҡатыны менән 50 йыл бергә атлағандарына ғорурлана. Сөнки физкультура уҡытыусыһының дәрестәре тамамланыуға, көн дә секциялар, күнекмәләр, йыл әйләнәһенә ауыл, район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө ярыштар, спартакиада, зарница, турслеттар, һабантуйҙар. Әлдә әсәйегеҙ – пар ҡанатым, уң ҡулым донъя көткәндә - сабыр, балаларҙы үҫтергәндә көслө була белде, ти атайым. Уға яуап итеп: “Ғүмер көҙөнә пар ҡанатым менән кереү, балалар, ейәндәр рәхәтен парлап кисереү – минең өсөн оло бәхет, ә ауырлыҡтар артта, һөйләргә генә ҡалды”, - тип йылмая әсәйем.
Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең, ти ололар. Бергәләп өс балаға ғүмер биргән Мөхийәновтар – бөгөн ейәндәр һөйә. “Өләсәй, ҡарт өләсәй” тип өҙөлөп торған ике ейәне, дүрт ейәнсәре, ике бүләһе уларҙың бәхет, шатлыҡтары. “Эш, ғаилә, балалар үҫтереү һәм тәрбиәләү, донъя көтөү кеүек шатлыҡ-ҡыуаныслы мәшәҡәттәр менән ғүмерҙең уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Йәш саҡта ғүмер нисек тә үтә, олоғайған көндәрҙә бербереңә тағын да нығыраҡ кәрәк булыуын аңлайһың”, - ти ғүмер юлын һоҡланырлыҡ итеп уҙған бәхетле пар.

Фотолар ғаилә архивынан.
Фотола Нурия Абдулла ҡыҙы хеҙмәттәштәре менән.
Читайте нас: