Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2021, 16:00

ЗАМАНА ҠАТЫН-ҠЫҘЫ

Ауылыбыҙҙа танылған эшлекле ҡатынҡыҙҙар рәтенә һис шикһеҙ Әлфиә Лотфуллинаны ҡуйырға була тиһәм, күптәр ризалашыр моғайын. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәп Биишеваның шиғыры Әлфиә кеүек тырыш, булдыҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына арналған ул.

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул,
йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға!

З. БИИШЕВА.


Ауылыбыҙҙа танылған эшлекле ҡатынҡыҙҙар рәтенә һис шикһеҙ Әлфиә Лотфуллинаны ҡуйырға була тиһәм, күптәр ризалашыр моғайын. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәп Биишеваның шиғыры Әлфиә кеүек тырыш, булдыҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына арналған ул.
Әлфиә Флүр ҡыҙы тормош иптәше Ринат Мөхәмәт улы менән Көҙәндә үҙ эштәрен башлап ебәреүгә оҙаҡламай 20 йыл була. Сауҙа эшен улар арендаға алған бинала башланы. Икеһе лә бер һүҙҙән булып, беҙ булдырабыҙ тип, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләгәс, уңыш оҙаҡ көттөрөп торманы уларҙы. Ун ике йыл элек өр-яңы магазин төҙөп, ике эш урыны булдырып, ауылдаштарҙы көндәлек донъя кәрәк-ярағы, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торалар. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, кеше эш урынында булдыҡлы икән, уның шәхси донъяһы ла гөрләп тора. Әлфиә менән Ринат та шулай. Уларҙың йорт-ҡураһы көндән-көн матурлана, йәшәү шарттары яҡшыра. Барыһына өлгөрәләр. Әле генә УАЗ машинаһы менән магазинға тауар алып ҡайтҡанын күрәһең, ә икенсе ҡараһаң еңел машиналарында туғандарының хәлен белеп, ярҙам итеп тә ҡайтып киләләр.
Әлфиә Көҙән мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Яран гөл” вокаль ансамблендә лә ҡатнашырға өлгөрә. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Лотфуллиндар ауылда төрлө мәҙәни саралар үткәргәндә матди ярҙам күрһәтеп торалар.
Өс ҡыҙ үҫтерә Лотфуллиндар. Оло ҡыҙҙары Зилә Ырымбур медицина университетында дауалау факультетының 5-се курсында, Зилиә РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының 1-се курсында, Лилиәләре иһә Стәрлетамаҡ лицейында 6-сы класта тырышып уҡый. Ата-әсәләренең өс ҙур шатлығы улар. Эшлекле ауылдашыбыҙ, һөйөклө әсәй, егәрле хужабикә, әүҙем тормош менән йәшәүсе Әлфиәгә уңыш, сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын.

«Нур» магазины ауыл өсөн ҙур терәк», - ти һатыусы Фәнүзә Вәлиева.
Читайте нас: