Әрмет ауыл Советына ике ауыл ҡарай – Түбәнге Әрмет һәм Үрге Әрмет. Биләмәлә йәшәүселәр һаны йыл башына ҡарата меңгә яҡын кеше тәшкил итә, шәхси ярҙамсыл хужалыҡтар 500-ҙән ашыу. Түбәнге Әрметтә - урта мәктәп һәм балалар баҡсаһы, ике ауылда ла ФАП, мәҙәниәт йорттары, китапханалар эшләп килә.
Түбәнге Әрмет ауылы мәҙәниәт йортонда муниципаль район хакимиәте башлығы, төрлө тармаҡ белгестәре менән осрашыуға ауыл халҡы байтаҡ ҡына йыйылды. Сараны Әрмет сәнғәт оҫталарының матур концерт номерҙары башлап ебәрҙе, йыйылышҡа килеүселәр етди һөйләшеү алдынан ауылдаштарының күркәм сығыштарын күрә, баһалай алды.
Иң элек Әрмет ауыл хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев үткән йылда биләмәлә төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Зауыҡлы биләмәләр йылы булыуын иғтибарға алып, ҡоймаларҙы төҙөкләүгә, яңыртыуға айырым иғтибар бирелгән. Түбәнге Әрметтә - Ғиззәтуллин, Үрге Әрметтә Совет урамдарына 190-шар метр арала асфальт түшәлгән, барлығы 500 мең һумлыҡ эш башҡарылған. Шулай уҡ ике ауылда ла юлдарҙың насар урындарына ҡырсынташ һалынған. Элекке йыйылышта халыҡ белдергән үтенес буйынса Түбәнге Әрметтә – ике, Үрге Әрметтә бер урында юл ҡаршылыҡтары булдырылған. Урамдарҙы яҡтыртыу ҙа ауыл тормошон
уңайлыраҡ, хәүефһеҙерәк итеү сараһы. Хәҙер кистәрен оло юлдан Әрмет балҡып күренеп ултыра. Үткән йылда тотош биләмә буйынса 100-ләп яҡтыртыу лампаһы ҡуйылған.
Һыу менән тәьмин итеү был ауыл биләмәһе өсөн дә ауыртҡан урын. Үрге Әрметтә 1 Май урамы ауылдың бейегерәк урынында ултырыу сәбәпле, баҫым етмәүе арҡаһында ҡатмарлыҡтар бар. Был мәсьәләне әлегә скважина быраулау ярҙамында хәл итергә булдылар. Түбәнге Әрметтә Мәктәп урамындағы һыу үткәргес тә яңыртыуҙы талап итә. Йыйылышта был урамдағы 150 метр оҙонлоғонда һыу торбаһын алмаштырыу кәрәклеге тураһында әйтелде. Үрге Әрметтә тиҫтә йылдар элек төҙөлә башлап, туҡтап ҡалған социаль-мәҙәни үҙәктең яҙмышы тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Эште теүәлләү ҙур сығымдар талап итә, район хакимиәте ҡаҙнаһы иҫәбенә генә уны башҡарыу мөмкин түгел. Шулай ҙа боҙ ҡуҙғалған. Проект-смета документацияһы эшләнгән, маҡсат - федераль программаға үтеү.
Түбәнге Әрметтә яңы фельдшеракушерлыҡ пункты төҙөү тураһында ла һөйләшеү булды. План буйынса ул быйылға билдәләнгән. Ауыл хакимиәте башлығы бының өсөн еренең документацияһы ла әҙер булыуын әйтте.
Сүп-сар сығарыу буйынса эш яйға һалынып килһә лә, халыҡтан был темаға ҡағылышлы һорау-тәҡдимдәр байтаҡ булды.
Һәр күтәрелгән һорау ауыл тормошо өсөн мөһим, әһәмиәтле. Йәмилә Ғөбәйҙуллина ауылда төҙөкләндереү эштәре алып барылғанға рәхмәтен белдереп, күптәрҙең күңелен ҡырған мәсьәләне лә әйтеп үтте. Түбәнге Әрметтә Бәләкәй Әрмет йылғаһы ярҙары ашалып баҡсаларға яҡыная бара икән, хәлдән сығыуҙа ярҙам кәрәк. Был проблеманың да ҡулдан килерлек эш булыуы асыҡланды. Ҡеүәтле техника ярҙамында йылға үҙәнен таҙартып, уның ағымын үҙгәртеү буйынса саралар билдәләнде.