«Инсайт» психологик-медицина-социаль ярҙам үҙәге мәғариф һәм фән министрлығы бойроғо нигеҙендә үҫмерҙәр араһында мониторингтар үткәргәйне. Уның һөҙөмтәләренә таянып, ошо көндәрҙә үҙәктә «Бала-мәктәпғаилә берҙәм тәрбиәүи мөхитен тыуҙырыу проблемаһы» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Мәғариф бүлеге мәғлүмәти-методик үҙәгенең методисы Алһыу Мәҡсүтова, бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия белгесе Жанна Шахова, Үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы гинекологы Владислав Беглов, наркология диспансеры табибы Әмир Сәфиуллин һәм «Инсайт»тың белгестәре ҡатнашлығында үткән сарала төп маҡсат булып иҫкәртеү системаһы учреждениеларының комплекслы хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү торҙо.
- Муниципаль районда наркотиктар ҡулланыуҙы алдан иҫкәртеү буйынса социаль-психологик тест үткәреүҙә 7-11 класс уҡыусылары араһынан 2155 үҫмер ҡатнашҡайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында 132 баланың наркотик бәйлелектә булыу ихтималлығы билдәләнде, - тигән мәғлүмәт менән уртаҡлашты «Инсайт»тың директоры Гөлнара Ҡөҫәпҡолова. - Икенсе мониторингыбыҙ терроризм һәм экстремизм идеологияһы йоғонтоһонда булғандарҙы асыҡлауға бәйле ине. Был йүнәлештә барлығы 2146 юғары класс уҡыусыһын тикшерҙек. Ҡатнашыусыларҙың 65-е – хәүефлеләр рәтендә. Бөгөн ошондай хәлдәргә юл ҡуймауҙа ғаилә һәм мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә эшләү бик мөһим. Ләкин күп осраҡта балалар ата-әсә йәки белем биреү учреждениеһы иғтибарынан мәхрүм. Ә ундайҙар бөгөнгө йәмғиәттә проблемалы күренештәргә тиҙ тарып барыусан.
Түңәрәк өҫтәл аҙағында белгестәр бәлиғ булмағандарҙың насар ҡылыҡтарын иҫкәртеү, төҙәтеү буйынса бер нисә бурыс ҡуйҙы. Балаларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу сараларын ата-әсәләр, педагогтар һәм йәмәғәтселек менән берлектә ойоштороу - шуларҙың иң мөһиме.