Йәмғиәт
2 Март 2021, 14:35

Аңлашып һөйләшеү - эштәргә көслө этәргес

Әлеге көндә Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған һигеҙ ауылда 2079 хужалыҡ, 3460 ауылда тороусо һәм 4279 дачаға йөрөүсе кеше теркәлгән. Ҙур биләмәнең яйға һалынырға тейешле мәсьәләләр ҙә ярайһы ҙур.

Әлеге көндә Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған һигеҙ ауылда 2079 хужалыҡ, 3460 ауылда тороусо һәм 4279 дачаға йөрөүсе кеше теркәлгән. Ҙур биләмәнең яйға һалынырға тейешле мәсьәләләр ҙә ярайһы ҙур.
Район хакимиәте етәкселеге ҡатнашлығында үткән халыҡ йыйылышында биләмә хакимиәте башлығы Илдар Таһиров былтыр башҡарылған эштәр тураһында эҙмә-эҙлекле һөйләп, ағымдағы йылдың планы менән таныштырып үтте.
- Төп мәсьәләләрҙең береһе булып ауылдарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү тора. Шулай уҡ Ишәй, Әхмәр, Ҡанаҡай һәм Яңауыл ауылдарында зыярат кәртәләрен яңыртыу планға ингән, - тине Илдар Мөнир улы. - Сүп-сар реформаһының үтәлеше ҡаты контролдә – тораҡ пункттарҙың бөтәһендә лә бункер туплағыстар һәм өҫтәмә контейнерҙар ҡуйыласаҡ. Бер нисә ауылда санкцияланмаған сүплектәр ҡалды, уларға киҫекмәҫтән рекультивация үткәрергә бурыслыбыҙ. Быларҙан тыш, Ишәйҙең яңы районында һыу һәм газ үткәргестәрен төҙөү мотлаҡ. Һыу проблемаһы әлегәсә бер биләмәне лә урап үтмәгән кеүек, был юлы ла ошо мәсьәлә ҡуҙғатылды. Мәҫәлән, Үрнәк ауылы халҡын тәү сиратта һыу селтәре төҙөлөшө борсой.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов аныҡлап үтеүенсә, үҙәкләштерелгән һыу селтәрен төҙөү республика бюджетынан финанслауға бәйле. Ул саҡта һыу селтәрҙәрен Үрнәк, Карасевка һәм Шихандар ял итеү базаһы аша һуҙып буласаҡ. Шуны аңлатыу китеү мөһим – һәр хужа һыуҙы үҙәкләштерелгән селтәрҙән үҙ йортона тиклем үткәреү өсөн хаҡты подрядсы компанияға түләргә бурыслы. Йыйылышта ауылдаштарҙан, Үрнәктә фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡасан ремонтлана башлаясаҡ, тигән һорау ҙа яңғыраны.
- Билдәле булыуынса, ошо маҡсатҡа тау саңғыһы үҙәгенең бер бинаһы бүленде. Муниципаль район хакимиәте уны бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә ремонтлаясаҡ. Был эш тиҙ арала башҡарылырға тейеш. Ә әлегә фельдшер саҡырыу буйынса йорттарға йөрөй. Әхмәрҙәр, ҡанаҡайҙар өсөн дә ҡыуаныслы хәбәр бар – киләһе йыл һеҙҙә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөләсәк, - тип асыҡлыҡ индерҙе Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Шапочкин. – Тағы бер һорауға туҡталып китер инем. Үрнәктәр, беҙҙе һеҙҙең поликлиникала ҡабул итмәйҙәр, тип йыш мөрәжәғәт итә. Бының өсөн ғариза яҙып, Ишембай үҙәк район дауаханаһына беркетелергә кәрәк. Сөнки күптәрегеҙ Ишембай районында теркәлеүгә ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡ поликлиникаһында иҫәптә тора.
Биләмәнән бер төркөм кеше «Эко-Сити» төбәк операторының эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп үтте. Мәҫәлән, әле төҙөлөп тә бөтмәгән йорттарҙың хужалары ла түләү квитанцияларын ала икән. Унда йәшәмәгәс һәм теркәлмәгәс, ни өсөн түләргә? Был һорауға килгәндә, Ишембай районы буйынса архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы белгестәре лә халыҡты яҡлап сығыш яһаны. Шундай осраҡтар күҙәтелә икән, беҙгә килеп йорттоң төҙөлөп бөтмәүе тураһында белешмә алырға кәрәк, тип аңлатты улар. «Эко-Сити» төбәк операторы машиналарынан сүп-сар ҡойолоп ҡала, тигәнде лә ишетергә тура килде. Баҡһаң, водителдәр ергә төшкән сүпте ҡабат тейәп тормай икән.
- Халыҡ дөрөҫ әйтә. Беҙ һеҙгә эшләргә мөмкинлек бирҙек, шуға ла тәртипте үҙегеҙҙән башлағыҙ. Эшегеҙҙе еренә еткереп башҡарһағыҙ, муниципаль районы хакимиәте лә үҙ иҫәбенә һәр ауылда һеҙҙең арттан контролләүсе кешене тәғәйенләмәҫ ине, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе «Эко-Сити» вәкилдәренә Азамат Фәрит улы.
Ни тиһәң дә, етәкселек менән күҙгә-күҙ осрашып, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Артабан да ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, ауылдары хәлен яҡшыртыу теләге менән янып йәшәһен Ишәй ауылы Советы халҡы.
Читайте нас