Беренсе мартҡа тиклем ҡара ҡарға күренһә, ҡар тиҙ китер.
Беренсе мартта төшкә ҡәҙәр тын булып, төштән һуң ел сыҡһа, йәйҙең яртыһы яҡшы булыр.
Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
Марттың берендә аяҙ - аяҙ булыр бөтә яҙ.
Марттың егерме бишендә ямғыр булһа, арыш уңыр.
Март йылы булһа, йәй һалҡын булыр.
Яҙ көнө иретмәй оҙаҡ туңдырып торһа, йәй ҡоро килер.