Торатау
-1 °С
Облачно
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Йәмғиәт
27 Февраля 2021, 07:10
Йыл һөҙөмтәләренә таяна алабыҙ
19 февралдә Ишембай районы муниципаль районы Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы үтте.
19 февралдә Ишембай районы муниципаль районы Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы үтте.
Муниципаль райондың 2020 йылда социаль-иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләренә һәм 2021 йылға маҡсаттарҙы билдәләүгә арналған сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Александр Работяев, “Башҡортостан Республикаһы үҫеш корпорацияһы” директоры Наил Ғәббәсов, район һәм ҡала биләмәһе, ауыл Советтары хакимиәте башлыҡтары, төрлө өлкә етәкселәре ҡатнашты. Ултырышта район Советы рәйесе Галина Баканованың һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановтың сығыштарынан уҙған йылда төрлө йүнәлештәрҙә башҡарылған эштәрҙе асыҡ күҙаллап, анализлап булды. Коронавирус пандемияһы шарттарында эшләү һәр беребеҙҙән өҫтәмә көсөргәнеш, яуаплылыҡ талап итте, әммә алға билдәләнгән маҡсаттарҙан ситләшеүгә юл ҡуйылманы. Бигерәк тә социаль йөкләмәләр, дәүләт ярҙамына мохтаж категорияларға ҡараусылар иғтибар үҙәгендә булды. Дәүләт Йыйылышы депутаты Александр Работяев район Советы һәм муниципаль район хакимиәте эшен ыңғай яҡтан баһалап, депутаттарға халыҡ менән тығыҙыраҡ эшләүгә шарттар асылыуын билдәләне.
“Кешеләр менән күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшеү, борсолоуҙарын ишетеү бер ниндәй ҡағыҙҙы, онлайн осрашыуҙарҙы алыштыра алмай”, - тине ул. Йәштәр менән эштә иһә илһөйәр тәрбиә, тарихыбыҙҙы белеп үҫеү, батырҙарыбыҙҙың изге рухына тап төшөрмәү һәр ваҡыт төп урында булырға тейешлеген әйтте. “Башҡортостан Республикаһы үҫеш корпорацияһы” директоры Наил Ғәббәсовтың муниципаль район эшмәкәрлегенә намыҫлы хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы тәбрикләп үтеүе лә ҡыуаныслы булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән район Советы секретары Рәмил Абдуллин, ҡала биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Наталья Чернышева бүләкләнде. Муниципаль райондың баш архитекторы Илдар Канюковтың күп йыллыҡ хеҙмәте БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланды.
Ултырышта “Ишембай районы муниципаль районының 2021 йылға һәм 2023 йылға тиклем планлы осорға бюджеты тураһында” ҡарарға үҙгәрештәр индереү ҙә ҡаралды.
Әлбиттә, Ватан һаҡсылары көнө алдынан үткән киңәйтелгән йомғаҡлау ултырышында ир-егеттәргә ихлас теләктәргә лә урын булды. Район Советы рәйесе Галина Баканова арҡа терәр көслө затҡа рухлы шиғыр арнап, һөҙөмтәле эш, һаулыҡ теләне.
Ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙар менән Ишембай районы муниципаль районы Советының рәсми сайтында танышырға була:
http://sovet.ishimbaimr.ru/
Читайте нас