Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2021, 13:35

100 ЙӘШТӘ ЛӘ КҮҢЕЛЕ ЙӘШ

Ишембайҙа йәшәүсе тыл хеҙмәтсәне Анна Ларичева үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне.

Ишембайҙа йәшәүсе тыл хеҙмәтсәне Анна Ларичева үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне.
Яҡындары йөҙйәшәр инәйҙе кешелекле, кеселекле булғаны өсөн дә хөрмәт итә. Күңел көрлөгөн, зиһен теүәллеген юғалтмаған инәй ҡунаҡтарҙы – иң тәүгеләрҙән булып үҙен ҡотларға килгән Ишембай ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакировты, муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатованы, ветерандар советы рәйесе Ришат Заһиҙуллинды яҡшы кәйеф менән ҡаршы алды. Сағыу сәскәләргә, бүләктәргә инәй ихлас ҡыуанды.
Анна Михайловна – күп һынауҙарҙы үҙ иңендә сыҙам күтәргән быуын вәкиле. Тотош быуат ваҡиғаларына шаһит булған мөләйем инәйҙең барлар хәтирәләре бик күп. Хеҙмәт юлы 12 йәштән башланған.
Ҡыҙ Мәләүез районы Самаровка ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа, тырышып донъя көткәндәрҙе кулак тип таныу осоро уларҙың ғаиләһенә лә ҡағыла. Бар булған мөлкәттәре тартып алына. Аслыҡ йылдарында нисек тә иҫән ҡалыу өсөн Анна тиңдәштәре менән Ергән ауылына барып, аҙыҡ-түлек һоранырға мәжбүр була. Аҙаҡ Ағиҙел буйына күсенеп, баҙ өй ҡаҙып шунда йәшәйҙәр, 12 йәштән хеҙмәт юлы башланған ҡыҙ атаһы менән көтөү көтөргә лә йөрөй. 16 йәштә Ишембай ҡалаһының Нефть етештереү заводына машинист-аппаратсы булып эшкә керә. Аслыҡяланғаслыҡҡа, һуғыш йылдары ауырлыҡтарына баш эймәгән ул.
Ҡыҙғанысҡа күрә, Анна Михайловнаның һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтҡан тормош иптәше оҙаҡ та тормай вафат була. Бер бөртөк балалары ла донъя ҡуя. Анна Ларичева 34 йыл заводта тир түккәндән һуң 50 йәшендә хаҡлы ялға сыға. Тик эшһеҙ ултырмай, магазинға иҙән йыуыусы булып урынлаша. Икенсе ире менән оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итергә насип була, тик бөтә парҙарға ла тигеҙ ғүмер итеү яҙмай шул.
Тыл ветеранының хеҙмәте бихисап миҙалдар менән баһаланған. Әле ул үҙ аяғында йөрөп, туғандарына ла ярҙам итергә тырыша.
- Тормошом еңел бирелмәне, айырыуса бала саҡта этләндек. Заводта эшләгәндә үҙем тураһында бер генә насар һүҙ ҙә ишетмәнем, - ти ул йылмайып.
Анна Ларичева әле туғаны Нина Потехина менән йәшәй.
Үҙенең күркәм юбилейында Анна Михайловна хакимиәт вәкилдәренән иң изге теләктәр ҡабул итте, “Рябинушка” коллективы солистары менән бейергә төшкән мәлен
һоҡланып күҙәттек. Бик һирәктәргә яҙа был бәхет.
Автор фотолары.
Читайте нас: