1981 йылдың октябрендә ике яҡлы үпкә шеше менән ауырып алдым да киттем. Хеҙмәт итә башлағаныма ярты йыл да булып өлгөрмәгәйне әле. Сирҙе лә бит әле ул Ленин бүлмәһендә рәссам-биҙәүсе булып ултырған ерҙән эләктерҙем, шуныһы бигерәк һарыуымды ҡайнатты.
Мине Мәскәү хәрби округының Подольск ҡалаһындағы госпиталенә алып барып һалдылар. Бәхеттәнме, һалдаттар ятҡан бүлектә урындар булманы, шуға ла офицерҙар яғына урынлаштырҙылар. Мине һалған палатала өс оло йәштәге бабай ята ине: тәүгеһе генерал-майор, икенсеһе полковник, өсөнсөһө подполковник. Генералдың исемен онотҡанмын инде хәҙер, байтаҡ йылдар үткән, ә полковниктыҡы бик ҡатмарлы түгел. Һәр хәлдә Александридис Димитракис Вергопуло булһа, моғайын, иҫтә ҡалмаҫ ине. Ә былай, генерал әйтмешләй, урыҫтарҙың ун исеме бар инде ул. Бының да йәтеш кенә – Иванов Иван Иванович. Подполковник татар бабайы. Шулай уҡ исеме хәтеремдән сыҡҡан, ә бына фамилияһы Исмәғилов.
Генерал менән Исмәғилов бабай һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем юл үткән яугирҙар, ә Ваня бабай йәшерәк – хеҙмәт юлын һуғыш тамамланғас лейтенант дәрәжәһендә Ҡытайҙа урынлашҡан авиация полкында башлаған.
Мине беренсе көндә үк яраттылар былар, исемемде лә, ҡатмарлы ғына булһа ла, тиҙ отоп алдылар. Шулай ҙа беренсе көндө үк Ивановтың ауыҙынан сыҡҡан “сын полка” ҡушаматы ныҡлап йәбеште лә ҡуйҙы. Абруйлы кешеләр менән бер палатала ятыуы минең өсөн шәп, әй. Быларға көн дә ҡатындары, бала-сағалары, туған-тыумасалары килә. Билдәле инде, балнисҡа буш ҡул менән йөрөмәйҙәр, күстәнәс тотоп киләләр. Минең дә тамаҡ һыйлы: тәмлекәстәрҙән өҙөлмәйем. Баштараҡ тартына инем, генерал шелтә яһаны:”Мы тебя поставили на довольствие, товарищ сын полка, так что будешь питаться вместе с нами. А то, смотрю, вон какой ты худой,” – тине ул ҡәтғи итеп.
Аҡсаларын да йәлләмәнеләр бабайҙар минән, кеҫәмдә һәр ваҡыт буфетҡа барырлыҡ тиндәр ятты. Ә иң мөһиме, госпиталдә егерме һигеҙ көн ятҡан арала, бабайҙар мине тыуған илде яратырға, атай-әсәйеңде хөрмәт итергә, ауыр саҡта бер-береңә ярҙам күрhәтергә, тормошта ниндәй генә ҡатмарлы мәлдәр килеп сыҡһа ла юғалып ҡалмаҫҡа, хәрби дуҫлыҡҡа өйрәттеләр.
Һалдаттар бүлегендә ятҡан ауырыуҙарҙы нисек ҡарағандарҙыр, әйтә алмайым, әммә врачтар ҙа шәфҡәт туташтары миңә һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттә булды. Командир бабайҙар беҙҙең “полк улын” матурлап тәрбиәләгеҙ, тип киҫәтеп ҡуйғандарҙыр.
Кешелекле ваҡыттар булған да инде. Матур замандар булған. Шул йылдарҙы, миңә ихтирам менән ҡараған шул командир бабайҙарҙы, СССР тигән ҙур илебеҙҙе һағынып иҫкә алам.