Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2021, 19:30

Илеңә хеҙмәт – нәҫел даны

Ватанды һаҡлаусылар көнө - һәр Рәсәй кешеһе өсөн ғорурлыҡ көнө ул. Беҙҙең Әхмәтзәки Вәлиди музейы ла йыл һайын Ватан һаҡсылары көнөн көтөп ала. Был байрамда беҙ йәштәргә ауылыбыҙ батырҙары тураһында һөйләйбеҙ, күргәҙмәләр ойошторабыҙ, үҫмерҙәрҙе хәрби кейем өлгөләре, ҡәҙерләп һаҡланған һалдат альбомдары күрһәтәбеҙ. Быйыл ил һаҡлауҙа бер-береһен алыштырған Ибәтуллиндар династияһы менән таныштырабыҙ.

Ватанды һаҡлаусылар көнө - һәр Рәсәй кешеһе өсөн ғорурлыҡ көнө ул. Беҙҙең Әхмәтзәки Вәлиди музейы ла йыл һайын Ватан һаҡсылары көнөн көтөп ала. Был байрамда беҙ йәштәргә ауылыбыҙ батырҙары тураһында һөйләйбеҙ, күргәҙмәләр ойошторабыҙ, үҫмерҙәрҙе хәрби кейем өлгөләре, ҡәҙерләп һаҡланған һалдат альбомдары күрһәтәбеҙ. Быйыл ил һаҡлауҙа бер-береһен алыштырған Ибәтуллиндар династияһы менән таныштырабыҙ.
Төп геройыбыҙ, Фәтҡулла бабайҙың атаһы, Хисмәтулла Ибәтулла улынан башлайым. Ул беренсе бөтә донъя һуғышы башланғансы уҡ ир ҡорона инеп, ҡатыны Фәрхебаныу менән өс бала үҫтереп, донъя көтөп йәшәйҙәр. Август айында һуғыш башланғас фронтҡа китә. 1915 йылда яраланып, тыуған ауылына ҡайта. Тағы дүрт балаға ғүмер бирәләр. Әлеге көндә Йәнырыҫ ауылында ҡыҙы Фәүзиә инәй йәшәй.
Оло улдары Фәтҡулла 1938 йылда ауылыбыҙ ҡыҙы Шәрифуллина Зәкиә Бикмөхәмәт ҡыҙына өйләнеп башҡа сыға. Тәүге ҡыҙҙары Флүрә 1941 йылда атаһы һуғышҡа киткәс тыуа. Фәтҡулла Хисмәтулла улы 122-се миномет полкы составында Волхов фронтында хеҙмәт итә. Ленинградты, артабан 3-сө Прибалтика фронты составында Псков ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йыл аҙағында ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Тыуған ауылына ул 2-се группа инвалиды булып ҡайта. Батыр һалдатҡа оҙаҡ ял итеп ятырға тура килмәй, колхоз яланында эш көтә. Пәләүәт (полевод) булып баҫыуҙарҙы һаҡлай. Һыҙланыуҙары тыныслана төшкәс, бесән саба, кәбәндәр ҡоя. Һуғыштан ҡайтҡан 2-се төркөм инвалиды көнөнә бер гектар бесән сабып рекорд ҡуйғас, уны Мәскәүгә халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә саҡыралар. Һуғыш яланындағы батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” хәрби наградаларына күп һанлы биш йыллыҡ ударнигы, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары өҫтәлә. Фәтҡулла Хисмәтулла улы менән Зәкиә Бикмөхәмәт ҡыҙының татыу ғаиләһендә өс ҡыҙ, алты малай үҫә. Ҡыҙҙары Нәзирә менән Тәнзилә күрше ауылдарға кейәүгә сығып ике ҡыҙ, ике ул үҫтереп, бына тигән итеп донъя көтәләр. Мөхәррәм, Йәғәфәр, Абдулла, Шәрифулла, Хөснулла, Зәйнулла улдары Көҙәндә төпләнгән. Һәр береһе үҙ ваҡытында, 1964-1983 йылдарҙа, Совет армияһы сафында хеҙмәт итәләр. Командованиеларынан рәхмәт хаттары - ата-әсә өсөн матур бер
иҫтәлек.
Йылдар үтә тора, һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының ғорурлығы - ейәндәр үҫеп етә. Мөхәррәм ағайҙың улы Әнүәр, унан һуң тағы алты ейәне ил алдындағы хәрби бурыстарын үтәп ҡайтты. Әмир, Әнүр, Марат, Радик, Винер, Марс, Илгиз - Ибәтуллиндар династияһын хәрби хеҙмәттә лә, эштә лә, уҡыуҙа ла лайыҡлы дауам итеүселәр.
Фәтҡулла бабайҙың үткән йыл аҙағында Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан бүләһе Марсель династияның бишенсе быуыны инде. Хәҙер Марсельдең артынан туғандары Айгиз, Байрас, Роберт, Рәлим, Нурислам, Данияр үҫеп килә.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Фәтҡулла Хисмәтулла улы 2000 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Ә тормош дауам итә. Ибәтуллиндар нәҫеле утлы яуҙарҙа һынатмаған, бөгөнгө быуын да ата-бабаларының тәрбиәһенә, рухына тап төшөрмәй.

Читайте нас: