- Минең тормошом кинолағы кеүек бит ул, апай. Һин белмәйһең генә, - тип башлап китте һүҙен һылыуым. - Беренсе ирем менән никах уҡытып, өйләнешергә йөрөй инек. Туй көнө лә билдәләнгән ине инде. Улай ғына ла түгел, өйҙә әсәйҙәр зыҡ ҡубып әҙерләнеп ята, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерешергә таныш апайҙар килде. Беҙ буласаҡ ирем менән райүҙәккә балдаҡ һайларға киттек. Яныбыҙҙа уның апаһы ла бар. Һатыусы миңә әле бер, әле икенсе балдаҡ бирә, һәр береһен кейеп ҡарайым. Иҫләмәйем, нисәүҙе кейгәнмендер, 10-15-ләп кенә булғандыр. Күҙҙең яуын алып торған балдаҡтарҙың бөтәһе лә матур, бөтәһе лә оҡшай, ярағандары ла бар. Ирем менән апаһы ғына уларҙың хаҡын оҡшатмай, кейгән береһен ҡыйбат күрә былар. Шул ваҡытта күңелемә әллә ниндәй бығаса таныш булмаған тойғо инеп ояланы ла ҡуйҙы. Ғәрләнеү, түбәнһенеү булғандыр ул. Үҙ ғүмеремдә башҡаса бер ҡасан да ундай тойғоно кисергәнем булманы минең. Магазиндан сығып киткәнемде лә, өйгә нисек ҡайтып еткәнемде лә иҫләмәйем. Бер балдаҡ хаҡы ла тормайыммы икән ни, тип ғәрләндем. Ишек алдындағы эскәмйәгә ултырып бер туйғансы иланым әле башта, шунан ныҡлы бер ҡарарға килдем. Бәпәй көтһәм дә (никахыбыҙҙы яҙ уҡ үткәргән инек), тәүәкәлләнем дә, үҙемә биргән һүҙемдән кире ҡайтманым. Ир буласаҡ кешем килде килеүен, әммә уның менән яҙмышымды бәйләгем килмәй ине. Артабан нисек йәшәремде лә, баламды нисек үҫтереремде лә уйламаным.