Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2021, 16:00

Ил таяныр ир-егеттәр байрамы

Ҡаланың Йәштәр һарайында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан байрам тантанаһы үтте.

23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө

Ҡаланың Йәштәр һарайында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан байрам тантанаһы үтте.
Һәр заманда ла ир-егет иленең ҡалҡаны булған. Тарих биттәренә күҙ һалып та, һәр дәүерҙең үҙ батырҙары булыуын әйтә алабыҙ. Бөгөнгө тыныс тормошта ла
Ватаныбыҙҙы тәжрибәле хәрбиҙәр менән бер рәттән йәш һалдаттар ҡурсалай. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов үҙенең сығышында ошоларҙы билдәләп, ишембайҙарҙың да яуаплы мәлдәрҙә алғы һыҙыҡта булыуын билдәләне, илебеҙҙә һәр ваҡытын тыныслыҡ, тәртип булыуын теләне.
Илен һаҡлап һуғыштарҙа һәләк булған яугирҙар, төрлө ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән һалдаттар барыһы ла иҫкә алынды. Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәүселәрҙе данлаған сараларҙы киләсәктә йышыраҡ уҙғарыу маҡсаты билдәләнде.
Ир-егеттәр хөрмәтенә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ансамблдәребеҙ йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләгәйне. Район хакимиәтендә төрлө өлкәне етәкләүсе гүзәл заттарҙың зауыҡлы сығышы ла ихлас алҡыштарға күмелде.
Тәрән хөрмәт, рәхмәт тойғолары менән һуғарылған сарала ир-егеттәребеҙ үҙҙәренең нисек кәрәк, терәк булыуын тағы бер тоя алды.
Автор фотолары.
Читайте нас: