Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 14:55

Халыҡтың үҙенән ниәт-тәҡдим ҡиммәт

Районда халыҡ йыйылыштары дауам итә. Васильевкаға күптән юл төшкәне юҡ ине. Ошо көндәрҙә Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, төрлө хеҙмәт белгестәре ҡатнашлығында уҙғарылған осрашыуҙа булып, был тарафтарҙа йәшәүселәрҙең көнкүреше менән танышып ҡайттыҡ.

Районда халыҡ йыйылыштары дауам итә. Васильевкаға күптән юл төшкәне юҡ ине. Ошо көндәрҙә Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, төрлө хеҙмәт белгестәре ҡатнашлығында уҙғарылған осрашыуҙа булып, был тарафтарҙа йәшәүселәрҙең көнкүреше менән танышып ҡайттыҡ.
Васильевкала 800-гә яҡын кеше йәшәй. Ауылда урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Тирә-яҡта был ауыл халҡы егәрлелеге менән дан тота, бигерәк тә баҡсасылыҡ өлкәһендә уларға етеүсе юҡ.
Петровск ауыл хакимиәте башлығы Александр Летунов иң элек үткән йылда төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Ауыл Советы биләмәһендә былтыр урамдарға 126 яңы яҡтыртҡыс эленгән, 50-ләп лампа ремонтланған, уларҙың 26-һы Васильевкаға тура килә. Юлдар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Үҙәк урамда 500 метр юлға асфальт түшәлгән, быйыл да был урамды асфальтлау дауам итәсәк. Тыныслыҡ урамында – 300 метр, Көньяҡ урамында 500 метр арала юлға ҡырсынташ түшәлгән. Хәүефһеҙлек йәһәтенән мәктәп эргәһенә 18 юл билдәһе ҡуйылған, яһалма ҡаршылыҡтар ремонтланған. Ауылда даими ойошторолған өмәләр ҙә тирә-яҡты тәртиптә, таҙалыҡта тоторға ярҙам итә. Былтыр Васильевкала өҫтәмә ике контейнер майҙансығы ҡуйылған, әлеге көндә улар дүртәү.
Урында йәшәгән халыҡ үҙенең проблемаларын төптәнерәк, тәрәнерәк белә. Ауылды һыу менән тәьмин итеүҙе көйләү, һыу селтәрҙәрен һуҙыу тураһында һүҙ күтәрелде. Әлбиттә, был ҙур эште башҡарыу байтаҡ сығымдар, көс талап итһә лә, халыҡтың үтенесен хәл итеү юлдары ҡаралды, эш планға индерелде. Элек ҡырсынташ һалынған урамдарға сифатлы ҡомташ ҡатнашмаһы һалып, юл торошон яҡшыртыу тураһында ла һүҙ барҙы. Васильевкалар ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү хаҡында ла хыял йөрөтә. Алмалы, Ҡалмаҡ ауылдары халҡын да хеҙмәтләндергән был һаулыҡ һаҡлау учрежедениеһы ҙур әһәмиәткә эйә. 1960-70 йылдар арауығында төҙөлгән әлеге ФАП заман талабынан артта ҡалған. Районда яңы ФАП-тар төҙөү буйынса ыңғай тәжрибә байтаҡ. Азамат Фәрит улы был мәсьәләнең дә контролгә алынасағын әйтте. Автобус туҡталышында ябыҡ павильон ҡуйыу ҙа йыйылышта әйтелгән теләктәрҙең береһе булды.
Халыҡ алдында төрлө өлкә белгестәренең сығышы ла күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерә. Көн тәртибенә ҡуйылған һорауҙарҙың береһе - рәсмиләштерелмәгән ер участкалары, йорттарға ҡағылды. Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты билдәләгән документтар булдырыу иң элек үҙеңдең киләсәгеңде ҡайғыртыу икәнлеге аңлатылды.
Янғын хәүефһеҙлеге тураһындағы сығыштар ҙа урынлы ине. Янғындарҙа кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу йәһәтенән автономлы янғын иҫкәрткестәрҙең файҙаһы йәнә бер әйтелде. Васильевка ауылында үткән йылда 133 ошондай ҡоролма ҡуйылған. Янғындарҙы профилактикалау хеҙмәте инструкторы Рөстәм Даянов янғындар буйынса республикалағы хәлдәр менән таныштырып, ут сығыу осраҡтарының күбәйеүенә, кешеләрҙең һәләк булыуына борсолоуын белдерҙе. Балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында сыҡҡан янғындар һәм мунса яныу осраҡтары артыуын иғтибарға алып, уяу булырға саҡырҙы.
Ауыл ерендә йәшәүселәрҙең мал аҫрауға бәйле мәсьәләләре лә аҙ түгел. Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең ауыл хужалығы, тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнгән Юнир Таймасов үҙ иркенә йөрөүсе ауыл хужалығы малдарының проблема тыуҙырыуы хаҡында һөйләне. Малдар берҙән сәсеүлектәргә зыян килтерһә, эргәлә генә автомобиль юлы үтеүе арҡаһында уларҙың төрлө юл-транспорт ваҡиғаларына сәбәпсе булыуы иҫкәртелде. Шундай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн иртә яҙҙан көтөү ойоштороу мөһим. Осрашыуға килеүселәр һорауҙар биреп кенә ҡалманы, ауылдарын төҙөкләндереү йәһәтенән үҙҙәренең ярҙам итергә әҙер булыуын да белгерттте, тәҡдимдәрен әйтте.
Читайте нас