Ошо көндәрҙә муниципаль район башлығы Азамат Абдрахманов етәкселегендә бер төркөм белгестәр, төрлө өлкә өсөн яуаплылар Көҙән һәм Маҡар ауылдары халҡы менән осрашты.
Биләмәләрҙә күтәрелгән һорауҙарҙы дөйөмләштереп, тәү сиратта, Зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһау, берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында (ЕГРН) теркәлеү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, сүплектәрҙе рекультивациялау, сүп-сар майҙансығында өҫтәмә контейнерҙар ҡуйыу, законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәшеү, мәктәптәрҙә балаларҙың туҡланыуын контролләү кеүек дөйөм проблемаларҙы билдәләргә була.
Көҙән ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдус Шәйәхмәтов уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса сығыш яһап, айырым күренештәргә ентекле туҡталып үтте.
- Ауылдарҙың йөҙөн тәртипкә килтереүгә 2020 йылда күп көс һалдыҡ. Ҡоймалар яңыртылды, рәхмәт, күп хужалар өҫтән ҡушҡанды көтөп тормайынса, буяп, ремонтлап, был эште атҡарып сыҡты. Юлдарға килгәндә, асфальт япмаһы яңыртылды, ошо йылда ваҡ таш түшәү дауам итәсәк, - тине Илдус Әүхәҙи улы. - Халыҡ яйлап сүп-сар реформаһына төшөнә һәм унда ҡатнаша башланы. Көҙәндә быйыл тағы ике контейнер майҙансығы ҡуйһаҡ, был эште 90 процентҡа үтәнек, тип әйтә аласаҡбыҙ.
Белеүебеҙсә, муниципаль районда күп ауылдарҙа һыу мәсьәләһе киҫкен тора. Бөгөн Көҙән ауылы ла үҙәкләштерелгән һыу селтәренә мохтаж. Әлегә ауылда гидрогеологик тикшереү үткәргәндәр, скважина урынын билдәләйһе ҡалған. Уны быраулауға лицензия алып, подрядсы ойошма менән килешеү төҙөргә кәрәк. Планға ярашлы, Көҙән ауылы 2024 йылға тиклем үҙәкләштерелгән һыу селтәре менән тәьмин ителергә тейеш.
Күсемһеҙ милекте теркәүгә бәйле һорауҙар биләмәлә әле булһа көнүҙәк, сөнки ҡарауһыҙ ҡалған ташландыҡ йорттар күп икән.
- ЕГРН – ул ер участкалары, шәхси йорттар һәм уларҙың хужалары тураһында дөйөм мәғлүмәт биргән берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры. Район буйынса тикшереү ваҡытында хужалыҡ хоҡуҡтары теркәлмәгән ерҙәр, өйҙәр асыҡланды. Йорт йәки төкөтмә төҙөгән кешеләргә ауыл Советы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә. Унда һеҙгә документтар менән нисек эшләргә аңлатып бирәсәктәр, - тигән теләген еткерҙе Ишембай районы буйынса архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы муниципаль унитар предприятиеһының баш инженеры Лилиә Ҡунафина.
Салауат ҡалаһы һәм Ишембай районында янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы Денис Тарасевич халыҡҡа бер нисә кәңәш менән мөрәжәғәт итте.
- Янғын сығыуҙың төп сәбәбе – электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә ярашлы ҡулланмау. Ауыл халҡына мейес төтөнлөгөн йылына ике тапҡыр таҙартып торорға кәңәш итәм. 2021 йылдан өйҙә йәки мунсала мейесте үҙ аллы төҙөү тыйыла. Бының менән мейес ҡорамалын ҡуйыуға лицензияһы булған ойошмалар ғына шөғөлләнә ала, - тип аңлатып үтте инспектор. – Тағы ла бер үтенесем бар, төнгөлөккә телефонығыҙҙы зарядкала ҡалдырмағыҙ. Хәҙерге телефондар тиҙ ҡыҙып, иреп бара. Микросхемала ҡыҫҡа замыкание арҡаһында ялҡын сығыуы мөмкин.
Маҡар ауыл Советы ауыл биләмәһендә ошо осорҙа уңышлы башҡарылып сыҡҡан эштәр хаҡында гәзит биттәрендә мәҡәләләрҙә, «Ауыл советтары» рубрикаһында яҡтыртыла килде. Ошоларға өҫтәп, биләмә территорияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлдәргә реставрация яһалыуын, ә Ибрай ауылында яугирҙарға халыҡ ярҙамы менән стела ҡуйылыуын билдәләге килә.
Маҡар ауылы – Ҡарамышевтар кеүек арҙаҡлы шәхестәр, зыялылар, яугир Әхәт Әхмәтйәнов ише батырҙар төйәге. Шуға ла урындағы халыҡ крайҙы өйрәнеү музейын ойоштороу теләге менән янып йәшәй. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов белдереүенсә, был – хөкүмәт кимәлендә хәл ителергә тейеш урынлы һорау. Оло быуын спиртлы эсемлектәрҙе һатыусыларҙы асыҡлау буйынса әүҙемерәк эшләргә тәҡдим итте. Уларҙың кемдәр икәнен белеүҙәренә ҡарамаҫтан, был юлы ла тороп исемдәрен әйтергә баҙнат итеүселәр табылманы. Ауылдаштар үҙҙәре билдәләүенсә, «әжәл һатыусылар» көндәнкөн оҫтара бара, төрлө телефон номерҙары, пароль-һүҙҙәр ҡулланып, ҡара эштәрен дауам итә.
Һарғай ауылы вәкилдәре Иҫәкәй-Маҡар-Һарғай автобус маршрутын ойоштороу буйынса һорау бирҙе. Аҙнаһына ике тапҡыр, йома, йәкшәмбе көндәре, йөрөһә лә һәйбәт булыр ине, тип белдерҙе улар.
Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа мәсьәләләре буйынса идаралыҡ етәксеһе Юрий Дегтярев белдереүенсә, автобус маршруты өсөн бер нисә талаптың үтәлеүе шарт. Беренсенән, юл япмаһы сифатлы булырға һәм уның киңлеге алты метрҙан дә кәм булмаҫҡа тейеш. Икенсенән, был һорауҙа халыҡ ағымы ла бик мөһим күрһәткес. Кеше аҙ йөрөгән ауылдарға бер ниндәй ҙә ойошма автобус ебәрмәйәсәк, шуға ла һәр саҡ билет алырға, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа водителдән талап итә белеү ҙә кәрәк. Автобусҡа билет алынмаған икән, тимәк ихтыяжы ла күренмәй. «Ишембай» дәүләт заказнигы инспекторы Ғариф Ҡолбаев ауыл халҡына эттәрҙе бәйҙә тоторға кәңәш итте. Яңыраҡ бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙең ҡоралайға һөжүм итеү осрағы теркәлгән. Улар кешеләргә тейә ҡалһа, хәлдең ни тиклем ҡурҡыныс тамамланыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс, тип ҡеүәтләне инспекторҙың һүҙҙәрен Эльвира Риф ҡыҙы.
Урындағы хакимиәт башлығы 2021 йылда башҡарылаһы эштәр планы менән дә таныштырып үтте. Иң төп мәсьәләләрҙең береһе булып Маҡар ауылының үҙәк һыу селтәрҙәрен аукцион һөҙөмтәләре буйынса хеҙмәтләндереүсе ойошмаға тапшырыу тора. Ауылда санкцияланмаған сүплекте рекультивациялау ҙа быйыл хәл ителергә тейеш. Ә маҡарҙарҙың «Иң матур ауыл» конкурсында ҡатнашып яулаған грантына Аллағыуат шишмәһенең тирә-яғын төҙөкләндереү дауам итәсәк. Шулай уҡ биләмәлә өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйыу, Иҫәкәй ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктына косметик ремонт яһау ҡаралған. Халыҡ йыйылыштарында ауылының киләсәгенә битараф булмаған кешеләрҙең үҙ фекерен, теләк-тәҡдимен әйтә белеүе ҡиммәт, бер төптән эш иткәндә күп мәсьәләләрҙең
осона сығып була.