15 февраль Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 32 йыл тулды. Ошо бер кәрәкмәгән һуғыш арҡаһында күпме гонаһһыҙ, әле йәшәргә лә өлгөрмәгән егеттәребеҙ иңдәренә автоматтарын аҫып, тау-таш араһына афған халҡының тыныслығын яҡлап үҙ ғүмерҙәрен бирҙеләр. Күпме ғаилә ут эсендә йәшәне. Күпме әсәнең ғәзиз балаһы өсөн ҡайнар күҙ йәштәре шишмә булып аҡты.
Афған... Илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Күктәргә тейеп ултырған тауҙар араһында үлем менән күҙгә –күҙ осрашҡан яҙмыштар. Меңләгән үлемдәр күргән, меңләгән алданған һәм емерелгән хыялдар иле. Ауыр булһа ла был тарих битен хәтер һаҡлығы менән йыл да аса торабыҙ. Сөнки оноторға һәм онотторорға ярамай.
Эйе, йыл һайын 15 февраль Рәсәйҙә Интернационалист һуғышсыларҙы иҫкә алыу көнө булараҡ үткәрелә.
Әлеге датаны юҡҡа ғына Интернационалист һуғышсыларҙы иҫкә алыу көнө итеп һайламағандар. 15 февраль шундай ҡайнар нөктәләрҙә ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе иҫкә алыу көнө. Вафат булғандарҙы иҫкә алабыҙ, беҙҙең арала йәшәүселәрҙең күҙҙәренә ҡарап, кисерештәрен уртаҡлашырға теләйбеҙ.
Афған һуғышы – барлыҡ милләт кешеләре өсөн дә уртаҡ. Һәр ҡала, район, ауылға ҡағылған уның рәхимһеҙ еле. Күп йорттарға кергән уның ҡайғыһы. Был афәт күпме йәш ғүмерҙәрҙе өҙҙө, ата-әсәләренә ғүмерлек ҡайғы килтерҙе. Иҫән-һау ҡайтыусылар бәхетле, тик шулай ҙа уларҙың да матур йылдары һуғышта үткән, ул көндәр тормоштарында иң ауыр хәтирәләр булып ҡалырҙар.
Афған һуғышында Әрмет ауыл советынан 10 кеше ҡатнаша. Шуларҙың икәүһе Үрге Әрмет ауылынан. Улар - Ғәрифуллин Рафаэль Фәйзулла улы һәм Вәлитов Хафиз Әсҡәт улы.
Чечен ерендәге һуғыш та беҙҙең ил территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы осоронан һуң иң ҙур хәрби бәрелеш була. Ауылыбыҙҙың тиҫтәләгән егете чечен ерендә хеҙмәт итеп, һуғыш һәм үлем менән күҙгә-күҙ осраша: Болғаиров Фаиль Фәйез улы, Хәсәнов Илшат Фуат улы, Зәйнуллин Азат Минияр улы, Сиражетдинов Салауат Сәлих улы, Фәтҡуллин Әмир Ғиззетдин улы, Ибәтуллин Шамил Абдрахман улы, Ибәтуллин Рәфис Ришат улы, Сәғиҙуллин Фәнил Хәким улы, Ғәбиҙуллин Руслан Әмир улы. Аллаға шөкөр, был егеттәрҙең барыһына ла тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтырға насип булһа ла әлеге мәлдә Чечняла хеҙмәт иткән бер-нисә егетебеҙ арабыҙҙа юҡ инде.
“Иҫәндәрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел”, - тигән борон бабаларыбыҙ. Афған һәм Чечня һуғышында ил ҡушҡанды, хәрби бурысын үтәүселәрҙе һәр саҡ хәтерҙә һаҡларға тейеш беҙ.
Эйе, күпте күргән ир-егеттәребеҙ, ғәзиз балаһын әрме хеҙмәтенә оҙатып күпме йоҡоһоҙ төндәр, күпме борсолоуҙар кисергән Әсә йөрәге. Һанай китһәң, Башҡортостан, ил буйынса күпме бындай яҙмыштар...
15 февраль көнө беҙ балалар менән Афған һуғышында ҡатнашҡан Ғәрифуллин Рафаэль Фәйзулла улының әсәһе - Кәримә Абдулла ҡыҙының йортона барҙыҡ. Кәримә апай беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Кәримә Абдулла ҡыҙының улы Рафаэль Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, ғаиләле, ике бала үҫтергән. Кәримә апай балаларға улының мәктәптә нисек уҡыуын, тәртипле, аҡыллы булыуын, нисек итеп әрме сафына оҙатып, унан Афған еренә һуғышҡа кереүен, нисек ҡаршы алыуҙарын ихлас күңелдән һөйләне, ҡайғылары, шатлыҡтары менән бүлеште.
Йылдар уҙа, донъяға яңы быуындар килә. Әммә ҡан ҡойғос һуғыштар тураһында беребеҙҙең дә оноторға хаҡы юҡ. Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен!
Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын!