Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2021, 10:30

Ауыл хәбәрҙәре

Үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү маҡсатында һәр йылдағыса Көҙән мәктәбендә февраль айы хәрби-патриотик айлыҡ тип иғлан ителеп, мәктәбебеҙҙә патриотик рухлы саралар үткәрелеп килә.

Февраль айын юҡҡа ғына һалдат айы тип әйтмәгәндәрҙер. Сөнки илебеҙҙең хәрби тарихында Дан һәм Хәтер көндәренең күбеһе тап февраль айына тура килә: Немец-фашист ғәскәрҙәрен Сталинград ҡалаһы янында тар-мар иткән көн, Йәш антифашистар көнө, Яугир-интернационалистарзы иҫкә алыу көнө, Ватанды һаҡлаусылар көнө. Шул уңайҙан, үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү маҡсатында һәр йылдағыса Көҙән мәктәбендә февраль айы хәрби-патриотик айлыҡ тип иғлан ителеп, мәктәбебеҙҙә патриотик рухлы саралар үткәрелеп килә. Был йәһәттән мәктәп һәм Ә. Вәлиди музейҙары ҙур таяныс булып тора: ойошторолған күргәҙмәләр һәм саралар үткәндәргә йәнле сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеге бирә, уҡыусыларҙа тарихҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
P.S. 3-сөләр Ә.Вәлиди музейында.
Читайте нас: