Ватанды һаҡлаусылар көнө етеп килә. Шуға көслө зат вәкилдәренә – ирегеҙгә, ағай-ҡустыларығыҙға, ҡайнығыҙға, дуҫтарығыҙға, хеҙмәттәштәрегеҙгә – байрам айҡанлы бүләк алғанда түбәндәгеләргә иғтибар итеү ҡамасауламаҫ. Байрам булғас, бүләк тә әҙәрләге килә. Ир-аттарға нимә бүләк итергә?
Сәйәхәт итергә яратыусыларға: махсус материалдан эшләнгән һауыт-һаба йыйыйылмаһы, термокружка, термос, фляжка, бәке, фонарь, компас, палатка, рюкзак, палатка;
Спорт менән шөғөлләнеүселәргә: шапка, шарф, шлем, саңғы, сноуборд, йөҙгәндә ҡулланыла торған күҙлек, һөлгө, йүгереүселәргә пульсты иҫәпләй торған сәғәт, спорт сумкаһы, аҙымды иҫәпләй торған прибор, теннис ракеткаһы.
Балыҡсыларға: спиннинг, сумка, термос, фонарь.
Аусыларға: компас, барометр, рюкзак, бинокль.
Актив ял яратыусыларға: мангал, шашлык бешереү өсөн рәшәткә-гриль, сумка-һыуытҡыс, махсус ултырғыс, гамак, арбалет, бадминтон өсөн ракетка.
Руль артында йөрөүселәргә: автомобиль термометры, автомагнитола, видеорегистратор, ултырғысты йылытҡыс, салон өсөн ароматизатор, фонарь, ҡар көрәргә көрәк, термокружка, машинаны ҡаратыу өсөн автосервисҡа сертификат.
Ир-аттарға селфи өсөн таяҡ, bluetooth селфи кнопкаһы, флешка, клавиатура, ноутбук өсөн сумка, театрға йәки киноға, йә булмаһа берәр спорт сараһына билет, уҡтан атыу, атта йөрөү өсөн мастер-классҡа сертификат, бассейнға, фитнес-клубка, массажға сертификат, ҡулсатыр, сәғәт, күҙлек, баш кейеме, өҫтәл уйыны, китап, коллекционерҙар өсөн махсус предметтар бүләк итергә лә була.