Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2021, 15:22

Ябыҡҡың киләме?

Грейпфрут инсулин нисбәтен нормалләштерергә һәм иммунитетты нығытырға һәләтле, тип билдәләй белгестәр. Еләк-емеште пленканан таҙартмаҫҡа кәңәш итәләр, сөнки унда метаболизмды тиҙләтә торған һәм үт ҡыуҙырыу эффекты булған нарингин бар.

Бынан тыш, ауырлыҡты кәметеүгә ҡайһы бер тәмләткестәр ҙә булышлыҡ итә. Имбирь, мәҫәлән, аш эшкәртеү процесын яҡшыртыусы ферменттарҙы әүҙемләштерә икән.
Рационды еләк-емеш, шул иҫәптән, аш эшкәртеүҙе яҡшыртыусы һәм организмдың майлы туҡыма менән ҡапланыуын кәметеүсе бромелайн ферменты булған ананас менән төрлөләндереү ҙә яҡшы.
Белгестәр иҫкәртеүенсә, һанап үтелгән продукттарҙың файҙалы үҙенсәлектәренә ҡарамаҫтан, уларҙы сама белеп ҡулланырға һәм калорияны көндәлек норманан арттырмаҫҡа кәрәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: