Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2021, 01:26

Ауыл хәбәрҙәре

Үҫеп килгән быуынды умартасылыҡ серҙәренә төшөндөрөу маҡсатында Түбәнге Әрмет ауылы китапханасыһы балалар менән ауылыбыҙҙа күпләп умарта тотҡан Ибәтуллин Флүр Мөхтәр улы йортона юлланды.

Умартасылыҡ борондан ҡалған кәсеп. Хәҙерге ваҡытта башҡорт балы тигән исем беҙҙең илдә генә түгел, ә бар донъяға таралған. Ауылдарҙа элегерәк солоҡсолоҡ, һуңынан умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ысынлап та, башҡорт балы борондан киң танылған булған. Уның шифалы үҙенсәлектәре тураһында ниндәй генә китаптар, шиғырҙар, поэмалар яҙылмаған.
Хәҙерге ваҡытта ла был кәсепте онотмайҙар, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү башҡорт ауылдарында бөгөн дә бик киң таралған.
Үҫеп килгән быуынды умартасылыҡ серҙәренә төшөндөрөу маҡсатында Түбәнге Әрмет ауылы китапханасыһы балалар менән ауылыбыҙҙа күпләп умарта тотҡан Ибәтуллин Флүр Мөхтәр улы йортона юлланды. Флүр Мөхтәр улы балаларга бик ентекләп умартасылыҡ тарихын һөйләп, умарта ҡарау серҙәренә төшөндөрҙө. Балалар бик ҡыҙыҡһынып күс ябыу, бал ҡыуыу, рам яһау, балауыҙ һуҙыу кеүек бик сетерекле, күп ваҡыт, иғтибар талап иткән күңелле мәшәҡәттәр турахында тыңланылар. Һуңынан балалар кәрәҙле балдан ауыҙ иттеләр.
- Ҙур уңыштарға өлгәшер өсөн умартасы ла бал ҡорто кеүек төндө көнгә ялғап эшләргә тиеш, - тип оҙатып ҡалды умартасы.
Читайте нас: