15 февраль Рәсәйҙә Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнде
1989 йылдың 15 февралендә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу тамамлана. Беҙҙең һалдаттар илдә барған һуғыштарҙа ун йылға яҡын яугир-интернационалист бурысын үтәй. Этҡол ауылынан Азамат Арыҫланбаевҡа ла хәрби хеҙмәтен Афғанстанда үтергә тура килә. Уның менән әңгәмәбеҙ әрме йылдары тураһында барҙы.
Фәйрүзә һәм Әсҡәт Арыҫланбаевтарҙың биш балалы ғаиләһендә тәүге улдары булып донъяға килә Азамат. Уҡыуға уртаса булһа ла, сәмле, таҫыл егет төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнап үҫә, спорт ярыштарының береһенән дә ситтә ҡалмай.
- Класыбыҙҙа 38 егет булдыҡ, ҡыҙҙар бик әҙ ине. Һигеҙенсе класҡа тиклем шулай уҡыныҡ. Шау малай класс булғанғамы, спорт сараларында дәррәү ҡатнаша торғайныҡ. Бәләкәйҙән бергәләп армияға барырға хыялландыҡ. Элек бит ауылға хеҙмәттән һалдат ҡайтып төшһә, уны күрше-күлән, туғандар ҡунаҡҡа саҡырып хөрмәт күрһәтә торғайны. Беҙ баласаға ла һалдат күрергә бара инек, - тип хәтерләй Азамат Әсҡәт улы.
Унынсыны тамамлағас, һөнәрселек училищеһында токарь һөнәрен үҙләштерә, бер юлы водителгә лә уҡып сыға. Икенсе һөнәренең уға артабан хәрби хеҙмәт үткәндә лә кәрәге тейә. Әрмегә ул 1987 йылдың апрелендә алына. Шулай итеп һалдат тормошо башлана. Термез ҡалаһында зенитсылар батальонында өс ай уҡый, спортҡа талап
унда бигерәк тә ҡаты була, көн һайын 25-әр километр йүгерә инек, тип хәтерләй әңгәмәсем. Бер ай Мәскәүҙә булғандан һуң Афғанстанға ебәрәләр.
- Кабулға самолет менән барып төштөк. Тыныс тормош менән сағыштырғанда ер менән күк араһындағы һымаҡ һуғыш мөхитенә барып индек. Шартлау, атыш, кешеләр хәрби формала йөрөй, хәрби техника геүләп тора. Йәшлек менәнме икән, ни өсөндөр ҡурҡыу хисе булманы. Шулай тейеш тип ҡабул иткәнбеҙҙер, - тип Афғанстандағы тәүге кисерештәре менән бүлеште.
Әле балалыҡтан да сығып бөтмәгән йәш егеттәр иңенә етди бурыс төшә. Кабулдан Баграм ҡалаһына ебәрәләр. Яҡташыбыҙ автомобиль батальонына эләгә, Урал машинаһына зенитсы итеп ҡуялар. Юлда хеҙмәттәштәре менән хәрби машиналар колоннаһын оҙатып, һаҡлап йөрөү бурысын башҡара. Төрлө яуаплы операцияларҙа ла ҡатнашырға тура килә. Бейек Гиндукуш тауҙары аша үткән ҡатмарлы юлдарҙан да йөрөйҙәр, тауҙың аҫҡы өлөшөндә һауа температураһы яҡынса 40 градус эҫелек булһа, тау башында - 20-гә тиклем төшә, ел иҫкәндә түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ була ине, тип хәтерләй яугир.
Һуғышта туҡтауһыҙ хәүеф һағалап торһа ла, бәхетенә күрә тыуған ерендә ризығы бөтмәгән була Ишембай егетенең. Бер йыл ярым тирәһе Афғанстанда хеҙмәт
иткәндән һуң, ниһайәт, тыуған яғына ҡайтыу ваҡыты ла етә. Этҡолға аяҡ баҫҡан, яҡындары менән күрешкән көн дә әлегеләй күҙ алдында.
- 1989 йылдың 6 апрель көнө Ишембайға килеп төштөм. Вокзалда ауылдаштарҙы, апай-инәйҙәрҙе күргәс, күңел тулып китте. Ауыл шул тиклем һағындырған. Ул ваҡытта кеҫә телефоны юҡ, теүәл ҡайтыр көнөмдө белгертмәгәнмендер ҙә. Өйгә ҡайтып инһәм, өй бикле. Мәктәпкә барып иң беренсе Әлфир ҡустымды күрҙем, башланғыс класта белем алыусы Гөлнара һеңлем мине тәүҙә танымай торҙо.Ҡайтышлай юлда атайымды осраттым. Яҡындар менән күрешеүҙең татлы хистәре әле лә онотолмаған , - ти Азамат Арыҫланбаев.
Һуғыштан улыңды көтөүҙең ни тиклем ауыр ғазап икәнлеген уны татыған ата-әсәй генә аңлай. Үкенескә күрә, Әсҡәт ағай инде мәрхүм. Фәйрүзә апай ул мәлдәрҙе әле лә күҙҙәре йәшләнеп иҫкә алды:
- Азамат улымдың Афғанстанға эләккәнен ишеткәс, бик ауыр булды. Иламаған көн булмағандыр, тәүге бала бит, кейемен күрһәк тә күңел тула ине. Атаһы менән көн һайын телевизорҙан яңылыҡтар ҡарап барабыҙ. Тәүҙә хаттары килмәй торҙо, ә бер хатындағы ошондай юлдар хәтерҙә ҡалған: “Хатығыҙҙы алдым. Уны уҡығас ауылға ҡайтып килгән һымаҡ булдым. Үҙебеҙҙең яҡтың селеге лә бик матур икән ул...”, тигәйне. Улым армиянан ҡайтҡан тигән хәбәрҙе ишеткәндә өйҙә түгел инем, йүгерә-йүгерә ҡайтып еттем. Шунда уҡ һалдат күрергә күршеләр килә башланы. Армиянан ҡайтҡансы йөрәк урынында булманы инде. Йола буйынса хеҙмәткә киткәндә Азаматҡа икмәк тешләткәйнек. Ул һыныҡ үҙе ҡайтҡансы өрлөктә торҙо. Икмәк һынығы ҡайтҡанын теләп тора, ти ине бит ололар, - тип байтаҡ йылдар элек булған ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй итеп хәтергә төшөрҙө Фәйрүзә апай. – Улдары әле хәрби хеҙмәттә булғандарға ғәзиздәренең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйем. Иң мөһиме - донъялар тыныс булһын. Тыныслыҡ булғанда хеҙмәт итеү бер ни түгел, ир-егет намыҫы ул был яуаплы бурысты үтәү, - тигән теләктәрен дә өҫтәне күпте кисергән әсә.
Арыҫланбаевтар ғаиләһендә дүрт ул булһа, Азаматтары – Афғанстанда, Әлфирҙәре Чечен Республикаһында хәрби бурыстарын үтәй.
- Ике улын һуғышҡа оҙатып көтөп алған әсәйемә һәйкәл ҡуйырлыҡ, - тип әңгәмәгә ҡушыла Азамат Әсҡәт улы. – Бала саҡта тиҙерәк ҙурайғы, мәктәпте тамамлап, армияға барғы килә. Һәр хәлдә беҙҙең осорҙа шулай ине. Армия ул үҙе сынығыу мәктәбе. Тыуған йорттан айырылып, сит тарафтарға сығып китеү үҙаллылыҡ, ныҡлыҡ тәрбиәләй. Кешеләр менән аралашырға, һүҙеңде уйлап әйтергә, көтөлмәгән хәлдәрҙә тиҙ генә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәнәһең. Беҙҙе тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп үҫтергәндәре өсөн ата-әсәйемә рәхмәтлемен, - тип яҡындары тураһында иң изге һүҙҙәрен әйтте яҡташыбыҙ.
Азамат Әсҡәт улы армиянан һуң Ишембайҙа водитель булып эшкә урынлаша, хәҙер 30 йылдан ашыу руль артында. Уға Мәскәү, Мурманск, Ленинград кеүек алыҫ араларға йөрөүҙе ышанып тапшыралар. Артабан йөк ташыу буйынса үҙенең эшен асып ебәрә.
Ғаиләһенә лә рәхмәтле ул, ҡатынынан уңған.
- Миңә ныҡлы терәк булғаны өсөн ҡатыным Лилиә Хәйбулла ҡыҙына рәхмәтлемен. Уның эше лә бик яуаплы, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Улыбыҙ Азат ҡалала билдәле травматолог. Урамда таныштар осрап, йыш ҡына, “Эй, улыңа рәхмәт инде”, тип әйтеп китәләр, был минең өсөн оло ғорурлыҡ, һөйөнөс. Киленем дә табип, ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Аллаға шөкөр, барыһына ла ҡәнәғәтмен, - тине Азамат Арыҫланбаев.
Әңгәмәсем ошо йылдарҙа намаҙға баҫҡан, дини белем ала. Һуғыш күргән яугирҙың иң ҙур теләге – донъялар имен, тыныс булһын.
Автор фотоһы һәм ғаилә архивынан.