Һайран мәҙәниәт йортонда Афған һуғышының яугир-интҽрнационалистары мҽнән осрашыу кисәһҽ үттҽ. Осрашыуға ауылдаштарыбыҙ Ғизатуллин Марат Тәлғәт улы, Фәхрҽтдинов Иршат Юнир улы, Ғизатуллин Айҙар Тәлғәт улы ҡайтты.
Осрашыу Бөйөк Ватан һуғышы яугиҙәрҽнҽң һәйкәлҽнә сәскә һалыуҙан башланды. Һәр бҽр яугир Афған һуғышында күргән хәтирәләрҽ мҽнән уртаҡлашты. Афған һуғышында булған, ләкин осрашыуға ҡайта алмаған Рәхмәтуллин Вҽнҽр Мөхтәр улының әсәһҽ Нәкирә апай ҙа, ҽгҽттәрҙҽ армияға оҙатҡан ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп, бҽр аҙ һөйләп үттҽ.
Мәҙәниәт йорто үҙҽшмәкәрҙәрҽ концҽрт программаһы мҽнән сығыш яһаны.
Осрашыуға ҡайтҡан ауылдаштарға ҙур рәхмәтҽбҽҙҙҽ бҽлдҽрәбҽҙ!
Хөрмәтле афғансы-интернационалистар! Һеҙҙе совет һуғышсыларының Афған еренән сығарылған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Берәүҙең дә һеҙҙең алға ҡуйылған бурыстың намыҫ менән үтәлеүен оноторға һәм уны ҡаралтырға хаҡы юҡ. Ул ваҡытта алған тән һәм йән яраларығыҙ шул мәхшәрле көндәрҙең үткәненә бер иҫтәлек кенә булһын. Улар ҡабаттан яңырмаһын, һуғыш афаты күрмәйенсә, имен донъяларҙа тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын ине.