Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районында эш сәфәрендә булды. Төбәк етәксеһе үҙәк район дауаханаһын ҡарап сыҡты, шулай уҡ йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса фекер алышты.
Ишембайҙа Радий Хәбиров үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһендә булды. Ул капиталь ремонттан һуң былтыр февралдә асылғайны. Уға тиклем 1951 йылда һалынған бинаға бер ҡасан да ремонт яһалмағайны.
2018 йылдың декабрендә Радий Хәбиров дауаханаға килеп киткәс, мәсьәлә хәл ителде. 2019 йылда бында бинаның ишек, тәҙрәләре, инженерлыҡ системалары алмаштырылды, фасад, эске бүлмәләр төҙөкләндерелде, ҡойма яңыртылды.
Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Шапочкин әйтеүенсә, 2020 йылда бында – 349, ә 2021 йыл башынан 34 сабый тыуған.
Төбәк етәксеһе 2024 йылға Ишембайҙа өр-яңы муниципаль-ара перинаталь үҙәк төҙөләсәге тураһында белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ дауахана поликлиникаһының эше менән танышты. Ул бер сменала 1240 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 15 февралдән республикала планлы диспансерлаштырыу башланды. Был сараға Башҡортостан халҡының кәмендә сирек өлөшөн йәлеп итеү күҙаллана. Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы поликлиниканың диспансерлаштырыуға тулыһынса әҙер булыуын билдәләне.
Республика Башлығы былтыр октябрҙә файҙаланыла башлаған яңы компьютер томографының нисек эшләүен ҡараны. Ғәмәлгә индерелгәндән алып был аппаратта 150 тикшереү уҙғарылған.
– Бындай компьютер томографының Ишембайҙа бер ҡасан да булғаны юҡ. Әйткәндәй, был процедураға сират та юҡ бит, – тине Радий Хәбиров.