Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2021, 23:07

Эш 2022 йылға тамамланырға тейеш

Ишембайға эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡалалағы төп йәмәғәт киңлектәренең береһе булған Ишембай нефтен асыусылар майҙанында булды. Бында ҡаланың символы – тәү башлап Ишембай нефтен сығарғандарға монумент ҡуйылған.

2020 йылдың октябрендәге эш сәфәрендә төбәк етәксеһе майҙанды реконструкцияларға ҡарар итеүе тураһында белдергәйне. Эште 2022 йылда тамамларға тейештәр. Тап шул йылда Башҡортостанда нефть сығара башлауға 90 йыл тула.
Республика Башлығы майҙанды ҡарап сыҡты, муниципалитет етәксеһе Азамат Абдрахманов менән уны төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Фото: bashinform.ru
Лилия Давлетбакова
Читайте нас: