15 февраль Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 32 йыл тулыу уңайынан Әхмәтзәки Вәлиди музейында яугир-интернационалист, афған һәм чечен һуғышы ветераны Шәрипов Абдулхай Абдулғәзиз улы менән осрашыу уҙғарылды. Сарала ветерандың ғаиләһе, ауылдаштарыбыҙ ҡатнашты.
Килгән ҡунаҡтар музей буйынса экскурсия, күргәҙмәләр ҡараны. Абдулхай Абдулғәзиз улының һуғыш хәтирәләрен тыңлап, яңы уй-тойғолар, тәҫораттар менән таралыштыҡ.
Барыбыҙ ҙа күгебеҙ аяҙ, илебеҙҙә тыныслыҡ булһын тигән теләктә ҡалдыҡ.