Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2021, 23:42

Ҡыҙ урлау (хикәйә)

Фәтих менән Нәзирә бер класта уҡынылар, хатта беренсе синыфтан алып бер парта артында ултырҙылар. Фәтих үҙ һүҙле, тәҡәбер егет, ниндәй эшкә тотонһа ла ҡулынан килә. Нәзирә ике ир бала артынан тыуған наҙлы, иркә генә, атаһының иң яратҡан төпсөгө. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ул әсәһенең уң ҡулы. Уның янынан бер аҙым да китмәй, ул нимә эшләһә, шуның менән була. Бесән ваҡытында, туғыҙ йәшлек кенә ҡыҙға, ата-әсәһе бөтә йорт эшен ышанып, ҡалдырып китәләр ине. Ҡайтыуҙарына өй йыйыштырылған, аш бешкән, сәй ҡайнаған, мунса булған...

Фәтих менән Нәзирә бер класта уҡынылар, хатта беренсе синыфтан алып бер парта артында ултырҙылар. Фәтих үҙ һүҙле, тәҡәбер егет, ниндәй эшкә тотонһа ла ҡулынан килә. Нәзирә ике ир бала артынан тыуған наҙлы, иркә генә, атаһының иң яратҡан төпсөгө. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ул әсәһенең уң ҡулы. Уның янынан бер аҙым да китмәй, ул нимә эшләһә, шуның менән була. Бесән ваҡытында, туғыҙ йәшлек кенә ҡыҙға, ата-әсәһе бөтә йорт эшен ышанып, ҡалдырып китәләр ине. Ҡайтыуҙарына өй йыйыштырылған, аш бешкән, сәй ҡайнаған, мунса булған...
Нәзирә быйыл урта мәктәпте бөтөрөп, ситтән тороп бухгалтерҙар курсына уҡырға инде. Был һылыу ҡыҙға ауылда күҙ һалмаған егет булмағандыр. Тик Фәтих был аҫыл ҡошто күҙ алмаһы кеүек һаҡлап, уның эргәһенә бер кемде лә ебәрмәй һәм әлегәсә үҙе лә бик яҡынламай. Өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡа. Нәзирә уны ышаныслы дуҫы тип иҫәпләй икән, әйҙә шулай булып торһон әлегә. Тик һуңғы ваҡыт ҡыҙ эргәһендә ҡоҙғондар күп оса башланы. Шуға егет быға тиклем булған уңайлы позицияһынан сығып, ҡыҙ менән өлкәндәрсә һөйләшеп алырға булды.
-Нәзирә, миңә кейәүгә сыҡ, мин һине яратам! - тип ҡулын һорағас ҡыҙ:
-Миңә бәйләнмә, ауылда минән башҡа ла ҡыҙҙар бөтмәгән, - тип, көлөп кенә яуап бирҙе.
Фәтих тыштан ҡыҙ менән килешкән кеүек булһа ла, шаяртҡан булып:
-Нәзирә, әйтмәне тимә, үҙ теләгең менәнме, йә нисек унда тағы,.. һин барыбер минеке буласаҡһың, урлайым мин һине, - тине.
Ҡыҙ ҡысҡырып көлдө:
-Ҡулыңдан килһә тәүәкәлләп ҡара!..
Нисек был ҡыҙға ҡармаҡ һалырға? Нисек уңайын килтереп урларға? Нисек урларға? Әгәр ул мине һуңынан бөтөнләй күрәлмәһә нишләрмен?.. Әлегә егет бер һорауына ла яуап белмәй. Дуҫы Нәжип тә:
-Белмәйем, малай, был заманда урлайҙармы һуң? - тип ҡулдарын ғына йәйҙе.
-Урлайҙармы юҡмы икәнен әйтә алмайым, ишеткәнем юҡ, шулай ҙа урларға булһам һинең ярҙамың кәрәк булыр.
-Әлләсе тағы, төрмәгә ябып ҡуймаҫтармы? Ул һиңә һарыҡ бәрәсе түгел, кеше балаһы!.. Кемдең балаһы бит әле ишшыу – Шәрифулла бабайҙың иң яратҡан, бер бөртөк кенә ҡыҙы.
-Эйе шул. Ул турала бөтөнләй уйламағанмынсы... Сәпсим башымды әйләндерҙе бит был ҡыҙ.
Ҡыҙ урлау еңел эш түгел, егеттәр. Ҡыҙҙар үҙҙәре риза булған осраҡта ла “ски”ҙары бик күп уның. Беренсенән, ата-әсәһе ризалығын бирерме, һине ҡыҙҙарына тиң күрерме?.. Икенсенән, ҡыҙ нисек ҡабул итер был йүгәнһеҙ ҡылығыңды? Өсөнсөнән, кеше һүҙе лә ҡурҡыта:
-Кешесә йөрөп, ҡыҙ ҙа ала алманы, меҫкен,бахыр тиәсәктәр. Нәзирә уға тиң ҡыҙмы һуң, буйы етмәгәнгә үрелә тип тә ебәрһәлер, баҫҡан ереңдә ят та үл...
Эсен ут-ялҡын өтөп барһа ла, ҡыҙға һиҙҙермәне Фәтих. Хатта Нәзирә, был егет мине ысынлап ярата, әллә шаярып ҡына йөрөй микән тип шикләнә лә төштө. Тегене көнләштәрейем әле тип, Фәтихтың алдында уның иң яҡын дуҫы Нәжиптең ҡылдарын да сирткеләне:
-Бөгөн тирәклеккә саҡырһаң, килер инем... Саҡыраһыңмы?..
-Әлләсе тағы, әсәйем мунса яҡтым, оҙаҡ йөрөмә тип әйтеп ҡалды ҡалыуын. Нәжип оялыуынан ни эшләргә лә белмәне. Бер дуҫына, бер Нәзирәгә ҡараны.
Фәтих:
-Килмәй тор, бөгөн төн ҡараңғы, болотло буласаҡ. Кәртә аша һикергәндә итәгеңде эләктереп йыртыуың ихтимал. Унан, әйтеп торалаһа, мунса инәм тип!..
-Беҙ кәртә башынан түгел, ә ҡапҡа аша йөрөйбөҙ, ивет, Нәжип?
Нәжип:
-Китегеҙ әле, мин ҡайттым, - тине ахры.
-Дөрөҫ һөйләйһең, дуҫ, бар, әтеү әсәйең эҙләп сығыр. Нәжип ҡайтып, ә Фәтих Нәзирәне оҙатып китте. Ҡапҡа төбөнә еткәс:
-Нәзирә, һин минең алда улай дуҫым менән шаярма, йәме! Әтеү араны боҙорһың!
-Ул ни уйнап һөйләгәнде аңлай инде... Ә бына мин һине аңламайым, Фәтих, урлайым тигәнеңә күпме ғүмер үтеп китте, ә һин һаман ...
Һин ҡаршы түгелһеңме һуң? Мин бит кеше көлдөрөп ҡуймайым тип ҡурҡып йөрөйөм.
-Алйот, ауылда иң беренсе урланған ҡыҙ булырға кем хыялланмай икән?!.
-Ысынлыпмы?! Әйҙә, бөгөн үк урлайым...
-Әйҙә, тик мин хәҙер, кәлүшемде генә алыштырып кейәйем дә, - тип Нәзирә ҡапҡанан инеп китте... Инеп китте лә, башҡа сыҡманы. Фәтих ярты төн буйы көттө, ҡыҙҙың ата-әсәһе ишетеп ҡуймаһын тип шым ғына:
-Нәзирәәәә! – тип һөрәнләп тә ҡараны. Тик яуап та, суртым да булманы. Шунда егет, ҡыҙҙың уны кәкре ҡайынға һөйәтеп киткәнен аңлап, асыуыланып ҡайтып китте.
Икенсе көн Фәтих бухгалтерия яғына барып йөрөмәне. Ҡарап ҡарайыҡ, ни эшләр икән... Тик Нәзирә иртән дә, төштә силсәүит тирәһендә күренмәне. Егеттең башҡа сыҙар хәле ҡалмағас, үҙе килде, тик бухгалтерия бикле ине.
Күрше бүлмәләге ҡыҙҙарҙан:
-Нәзирә ҡайҙа икән, йомошом бар ине,- тигән булды.
-Ул район үҙәгенә отчет алып китте, бөгөн булмай тинеләр. Фәтих машинаһына ултырып фермаға юл тотто. Егеттең кәйефе бөтөнләй ҡырылды. Йәйге оҙон көн бөгөн мәңге үтмәҫ кеүек тойолдо уға. Председатель ҡушҡан ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарып, тегендә-бында һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә, машинаһын стоянкала ҡалдырып, өйөнә ҡайтып китте. Юлында Нәжип тап булды.
Нәжип:
-Кисә Нәзирәгә нимә булған ине ул? Миңә бәйләнәсе... Әлдә һин булдың... Фәтих ҡысҡырып көлдө:
-Эйе, әлдә мин булдым, әтеү үҙеңде урлап алып ҡайтып китер ине. Эй, мин һине дуҫым тип йөрөгән булам етмәһә. Ауыҙыңдан һеләгәйеңде ағыҙып тораһың шунда...
-Ярар, тыныслан, һине лә әйтер инем...
Фәтих:
-Тыңла, минең план бар. Бөгөн киске уйынға сыҡҡанда урлайбыҙ беҙ уны.
-Кемде? – тине Нәжип, ҡапыл ғына дуҫының уй осон тоталмай.
-Нәзирәне!
-Ҡуй, юҡ менән булмайыҡ, унан кире әсәйем дә әрләйәсәк, һин иҫәр ыңғайына иҫәрләнеп йөрөгәнгә. Нәжип ҡайтыу яғына ыңғайланы.
-Ярар, дуҫлығың шул сама ғына икән. Һинән башҡа ла урлай алам мин уны. Тик күп һөйләнеп йөрөмә, аңланыңмы, мороноңа алырһың...
Нәзирә менән клубта осраштылар. Ҡәҙимгесә һөйләшеп, көлөшөп, уйындарҙа ҡатнашып, ҡапма-ҡаршы ла бейештеләр. Бик күңелле булды. Ҡыҙ:
-Иртәгә председатель һинең менән силпоға барып тауар алып ҡайтырға ҡушты. Иртән силсәүеткә инеп путевка алырға онотма, йәме. Мин һине ауыл ҡапҡаһы янында көтөп торормон, - тине лә, Фәтихты үсекләгәндәй, битенән үбеп, өйөнә йүгереп инеп китте.
-Тыныс йоҡо, Нәзирәм! – тип тороп ҡалды егет. - Әллә шаяраһың, әллә мыҫҡыл итәһең, аңламайым мин һине Нәзирә, - тип үҙе менән үҙе һөйләште ул. Шаярып-көлгән булһа ла ул да мине ярата кеүек. Әле бая, ҡапма-ҡаршы бейегендәрендә, ҡалай яратып ҡараны ул миңә... Ә ҡулдары шундай йомшаҡ, йылы, хатта йөрәгенең тибеше тойолған кеүек... Эх Нәзирә, Нәзирә!.. Ҡайтып ятҡас та егет оҙаҡ йоҡлап китә алмай ятты.
Фәтих иртән тороп, йыуынып, кейенеп, Нәзирә бүләк иткән хушбуйҙы һөртөп, тамаҡ ялғап алғас, күтәрмәгә сығып баҫты. Әсәһе:
-Һай үҙемдең улым да ҙур үҫте, кәләш алырлыҡ булды!
-Әгәр ысынлап кәләш алып ҡайтһам, әсәй, һин ҡаршы булмаҫ инең микән?
-Киленгә кеше ҡаршы була ти мени?
-Әтеү, бөгөн үк алып ҡайтам, йәме, әсәй, әҙер тор!
-Ярар! Тик һин кәләш алһаң ҡыҙыл ҡар яуыр ул...
-Яумаҫ, - егет ҡапҡаға ыңғайланы.

(Дауамы бар)
Читайте нас: