Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2021, 13:05

Ғаилә ул – бер-береңде аңлау, ғаилә – ул балалар!

Изге ата-әсәлек бурысын аңлағандар ғәзиз балалары аҡыллы, лайыҡлы кеше булып үҫһен өсөн көсөн йәлләмәй, улар күңеленә бары яҡшылыҡ орлоҡтары сәсергә тырыша. Ишембайҙан ана шундай ғаиләләрҙең береһе - өс ул үҫтергән Фәүриә һәм Фәнис Мырҙабаевтар хаҡында яҙып үтмәксемен.

14 февраль – Ғашиҡтар көнө

Изге ата-әсәлек бурысын аңлағандар ғәзиз балалары аҡыллы, лайыҡлы кеше булып үҫһен өсөн көсөн йәлләмәй, улар күңеленә бары яҡшылыҡ орлоҡтары сәсергә тырыша. Ишембайҙан ана шундай ғаиләләрҙең береһе - өс ул үҫтергән Фәүриә һәм Фәнис Мырҙабаевтар хаҡында яҙып үтмәксемен.
Ҡолғона ҡыҙы Фәүриә Иҫке Һәйет ауылы егете Фәнис менән бер мәктәптә уҡый. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының
физика факультетында белем ала. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Фәнистең Ҡолғонаға йомошо төшөп тора, Фәүриәнең күңелен яулау юлдарын таба егет. Ике-өс йыл тирәһе йәштәр бер-береһен һынап ҡарай. Мөхәббәттәре бирешмәҫлек икәнен аңлап, 2010 йылда улар никах, аҙаҡ гөрләтеп туй үткәрә. Фәнис 16-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында күҙәтеүсе-инспектор вазифаһында эшләп, йәшләй хаҡлы ялға сыға һәм “Витязь” заводында слесарь булып хеҙмәт юлын дауам итә. Ә Фәүриә ҡалалағы “Башинформсвязь” йәмғиәтендә инженер булып эшләй. Мырҙабаевтарҙың береһенән-береһе шуҡ улдары атайәсәй наҙына төрөнөп үҫә. Татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар үҙҙәре лә ошо ҡиммәттәрҙе һеңдерә, бер-береһенә терәк булыуҙарын тоя. Иң өлкәндәре - Әзиз З.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында 3-сө класта уҡый, Рәмизгә - 5, ә төпсөктәре Рамазанға әле 3 йәш кенә. Икеһе лә 34-се балалар баҡсаһына йөрөй.
Егәрле пар, йыйған аҡсаларын ҡушып, тәүҙә ипотека юлы менән бер бүлмәле фатир ала. Йәш ғаиләләр өсөн бирелгән дәүләт ярҙамы ла бурыстың бер өлөшөн ҡаплауға ярап ҡала. Аҙаҡ икенсе улдары донъяға килгәс, өс бүлмәле фатир һатып алалар. Әсәлек капиталы сертификаты ла ипотеканы кәметергә ярҙам итә.
- Декрет ялында бәйләм эштәре менән мауыҡтым, кәнфиттән төрлө гөлләмәләр әҙерләй инем, әле эшләп йөрөгәс, ваҡыт тарыраҡ. Ял көндәре балалар менән тәбиғәт ҡосағында булырға тырышабыҙ. Әзиз гимназияла бейеү түңәрәгенә йөрөй, Рәмиз һүрәт төшөрөргә ярата, Рамазанға конструктор йыйырға ғына ҡуш. Улдарым менән гимназия, балалар баҡсаһында үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, еңеүҙәр улдарыбыҙҙы дәртләндерә. Өсөнсөһө ҡыҙ бала булыр тип көткәйнек. Хәҙер өс батыр үҫтергәнебеҙгә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, һәр бала үҙ бәхете менән тыуа, - ти Фәүриә.
Тормошта иң мөһиме – мөхәббәтеңде, үҙ яртыңды осратып, ҡорған ғаиләң нигеҙе ныҡ булыуы. Мырҙабаевтар кеүек матур, тырыш, бәхетле ғаилә бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙең йөҙөн аса, килер быуынға үрнәк булып тора.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: