Этҡол ауыл Советынан да Афған һуғышында ҡатнашыусы егеттәребеҙ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өсәүһе – Аҙнай ауылынан Ишморат Ғиниәтуллин, Уразбай ауылынан Марат Әсәҙуллин, Рим Иблиәминов яу яланында мәңгегә ятып ҡала. Ә китапханалағы осрашыуҙа яу яланынан иҫән йөрөп ҡайтҡан, батыр йөрәкле, ҡурҡыуһыҙ ауылдаштарыбыҙ Наиль Сәйфуллин, Булат Мәхмүтов, Байғужа ауылынан Булат Баһауетдинов, Сәлих, Һайран ауылдарында тыуып – үҫкән Айрат Кәримов һәм Миниғаян Хөсәйенов ҡатнашты.