Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2021, 13:00

Ҡармағыңды әҙерләй тор!

Балыҡ ҡармаҡларға яратыусыларҙы 22 февралдә Кузьмин быуаһында мауыҡтырғыс ярыш көтә. Унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнаша ала.

Балыҡ ҡармаҡларға яратыусыларҙы 22 февралдә Кузьмин быуаһында мауыҡтырғыс ярыш көтә. Унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнаша ала.
Муниципаль райондың Йәштәр эштәре буйынса комитеты ойошторған был сара матур йолаға әүерелде. Үткән йылда ул хатта күрше-тирә ҡалаларҙан да балыҡсыларҙы йәлеп итте. Быйыл ярыш сәменең тағы ла көслөрәк булыуына ышанабыҙ. Сөнки ошондай ҡыҙыҡлы күмәк сараларға һыуһағанбыҙ. Балыҡ ҡармаҡларға яратыусы ирегеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар - һәр кем үҙ төркөмөндә оҫталығын һынай ала. Иртәнге сәғәт 8-9-ҙа ҡатнашыусыларҙы теркәү барасаҡ, 9.30-ҙа фестиваль асыла. Һөҙөмтәләрҙе йомғаҡлау, еңеүселәрҙе бүләкләү 15.00 сәғәткә билдәләнгән.
Еңеүселәргә бүләктәр ҙә әҙерләнгән. Балыҡ һурпаһынан һыйланып, саф һауала кәйефтәрҙе күтәреп ҡайтырбыҙ!
Читайте нас: