Пандемия арҡаһында күмәк халыҡ йыйып осрашыуҙар үткәреү сикләнгәйне. Әле талаптар бер аҙ йомшарҙы, һәм, ниһайәт, халыҡ йыйылыштарын ғәҙәти тәртиптә ойоштороу мөмкинлеге асылды. Үткән йома Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, төрлө бүлек етәкселәре, белгестәре Ҡолғона ауылында халыҡ менән осрашты.
Сир яңыса йәшәргә өйрәтһә лә, тормош үҙенең һөйөнөстәре һәм көйөнөстәре менән дауам итә. Йыйылышта уҙған йылда биләмәлә һәм дөйөм районда башҡарылған эштәргә байҡау яһалды, алға билдәләнгән пландар, тормошобоҙҙағы яңылыҡтар еткерелде. Әлбиттә, төп иғтибар халыҡты борсоған проблемаларға булды.
Төҙөкләндереү, уңайлыҡтар булдырыу сараларын даими алып барғанда ғына ауыл йәшәй, үҫә. Ҡолғона ауыл Советы биләмәһе буйынса ла былтыр күп кенә эштәр башҡарылған. Был хаҡта ауыл хакимиәте башлығы Моғаттар Мостафиндың сығышында ишеттек.
Былтыр зауыҡлы биләмәләр йылында ауылдарҙы төҙөкләндереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелгән. Мәҫәлән, Ҡолғонала 1200 метрҙан ашыу арала иҫке ҡоймалар һүтелгән, 1300 метр тирәһе ҡойма алмаштырылған, 335 метры ремонтланған. Ҡоймаларҙы буяп, биҙәкләп ауыл йөҙөн йәмләгәндәр. Күҙ көйөгө булып торған ике иҫке бина һүтелгән. Ауыл Советы буйынса урам яҡтыртҡыстары элеү буйынса ла саралар күрелгән. Үткән йылда 34 яҡтыртҡыс ҡуйылған, 16-һы ремонтланған. Ҡалыу-Айры һәм Кәбәс ауылдарына балалар майҙансыҡтары алынған, улар быйыл ҡороласаҡ. Юлдарҙы ремонтлауға килгәндә, былтыр Ҡолғонала Комсомол урамына 300 метр ерҙә тотош ҡырсынташ түшәлгән. Мәктәп урамында иһә 735 метр арала хәҙер асфальт юл.
Иҫке Һәйет башланғыс мәктәбенә төкәтмә төҙөү ҙә балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. 2020 йыл был төбәктә йәшәүселәр өсөн йәнә бер шатлыҡлы ваҡиға менән иҫтәлекле булды. Йыл аҙағында Ҡолғона мәктәбенә ҡатмарлы юлдарҙан үтеү ҡеүәте ҙур булған яңы автобус ҡайтты. Тау-урманлы тарафта балаларҙы уҡыуға хәүефһеҙ йөрөтөү өсөн ул бик кәрәк ине. Һанай китһәң, халыҡ үҙендә тойған эштәр, ыңғай үҙгәрештәр бихисап. Тик бына алда торғандары ла байтаҡ.
Азамат Фәрит улы яҡташтарын сәләмләп, зауыҡлы биләмәләр йылында ыңғай үҙгәрештәрҙе ҡеүәтләне һәм төҙөкләндереү сараларының быйыл да туҡтап ҡалмаясағын әйтте. Был йәһәттән ошонда йәшәгәндәрҙең дә әүҙем ҡарашы кәрәк: һәр кем эргәтирәһен, ихатаһын әйткәнде көтмәй матурлаһын ине, тигән теләктәрен еткерҙе.
Әлеге көндә ҡолғоналарҙы борсоған мәсьәләләрҙең береһе һыу менән бәйле. Ауылда һыу башняһы ауыуы күп мәшәҡәттәр тыуҙырған. Ҡолғоналарҙың быйыл урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында тап ошо мәсьәләне күтәреп сығыуы ла юҡҡа түгел, ауылға яңы һыу баҫымы башняһын ҡуйырға ниәт иткәндәр. Әлеге көндә яңы идарасы компания менән эште ойоштороу, килешеүҙәр төҙөү буйынса саралар күрелә. Һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр, проблемалар булмаһын өсөн һәр хужаның һыу менән ҡулланыуға ваҡытында түләү бурысы тураһында ла ныҡлы әйтелде. Зәңгәр яғыулыҡ үткәреү тураһында ла һөйләшеү булды. Ҡолғонала уҙған йыл газ үтмәгән урамдарҙағы бер нисә йорт газға тоташтырылған, эш быйыл да дауам итәсәк. Мәғлүм булыуынса, беҙҙең районда газ үтеү кимәле 59 проценттан саҡ ҡына күберәк, 86 ауылдың 34-е үҙәк газ селтәренә тоташмаған. Әлбиттә, был ҡәнәғәтләнерлек күрһәткес түгел. “2021-2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында газ менән тәьмин итеүҙе һәм газификацияны үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә районда күләмле проектлау һәм төҙөлөш эштәре билдәләнгән. Дәүләт иғтибарына мохтаж категорияларға газ селтәренә тоташыу буйынса 60 меңдән 100 мең һумғаса ярҙам да был йүнәлештәге ҙур эш. Былтыр районда 60-тан ашыу ғаилә
ошо ярҙамды алған.
Йыйылышта теге йәки был мәсьәлә ҡасан хәл ителер, тип һорап, талап итеп кенә ҡалмай, эшләнгәнгә рәхмәт белдереүселәр булыуы ла ыңғай тәьҫораттар уятты. Мәҫәлән, Лилиә Мостафина Дауахана урамына газ үтеүенә һөйөнөсө менән бүлеште, башҡа ыңғай үҙгәрештәрҙе лә әйтеп үтте.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә Ҡолғонала һәйкәл ҡуйыу тураһында ла һүҙ тоттолар. Азамат Фәрит улы был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләргә вәғәҙә итте, райондан, бағыусыларҙан ярҙам булғанда ауылдаштар үҙҙәре лә ситтә ҡалмаҫ, тигән ышанысын белдерҙе.
Ҡолғонаға автобус йөрөү ваҡытын ҡайтанан ҡарарға тигән дөйөм фекер ҙә әйтелде. Ҡолғонала участка дауаханаһы, Яңы Һәйеттә социаль үҙәк төҙөү буйынса һорауҙар ҙа иғтибар үҙәгендә ҡала.
Осрашыуҙа күсемһеҙ милекте берҙәм дәүләт реестрына теркәүгә ҡағылышлы мөһим һорау күтәрелде. Район хакимиәте башлығы районда рәсмиләштерелмәгән ер участкалары, ҡарауһыҙ өйҙәрҙең күп булыуына борсолоуын белдерҙе. Был йәһәттән Ҡолғона ауыл Советы буйынса ла хәл итәһе мәсьәләләр бар.
- Ҡолғона ауыл Советы ауыл биләмәһе буйынса тикшереү уҙғарыу һөҙөмтәһендә бөтә кешеләрҙең дә ергә, йортҡа хоҡуҡтарын теркәмәүҙәре асыҡланды. Теркәлгән хоҡуҡ –
ул объекттың тап һеҙҙеке икәнлегенә дәлил, мираҫ мәсьәләһе буйынса проблемалар тыумай. Әгәр хоҡуғығыҙ теркәлмәгән икән һеҙ уны һата ла, бүләк итә лә алмайһығыҙ. Бәлки кемдәрҙер рәсмиләштерә башлаған, әммә ҡаршылыҡтарға осрағандыр. Был йүнәлештә һеҙгә ярҙам итергә әҙербеҙ, - тине сығышында Ишембай районы буйынса Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығының баш инженеры Лилиә Ҡунафина.
Ҡолғона ауыл Советы буйынса 40-лап йорт һәм ер участкалары рәсми рәүештә теркәлмәгән булһа, әлеге көндә ҡайһы бер хужалар эште башлап ебәргән. Милекте
яҡлап, рәсмиләштереп ҡуйыу беренсенән, хужаларға үҙҙәрен ышаныслы тойорға ярҙам итһә, икенсенән, хужаһыҙлыҡ урындағы ҡаҙнаны формалаштырыуға ла кире йоғонто яһамаҫҡа тейеш.
Йыйылышта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса ла яңылыҡтар әйтелде. Янғындарҙы иҫкәртеү ҙә көнүҙәк. Яңы йыл каникулдары осоронда хакимиәт, ирекле янғын һүндереү командаһы хеҙмәткәрҙәренең профилактик рейдтарға йөрөүе һөҙөмтәһендә байрамдарҙың фажиғәһеҙ үтеүе билдәләнде. 2019 йылда районда янғындарҙа 9 кеше һәләк булһа, былтыр 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғын фажиғәләрен булдырмау өсөн иҫкәртеү сараларын даими ойоштороу маҡсаты ҡуйылды. Ҡолғона ауылында эшләп килгән ирекле янғын һүндереү командаһы был эштә ҙур ярҙам. Биләмәлә ике янғын һүндереү машинаһы бар, Яңы Һәйет, Иҫке Һәйет, Ҡалыу-Айрыла емкость һәм насос менән йыһазландырылған өс янғын һүндереү тағылмаһы ҡуйылған. Янғын иҫкәрткестең һәр йортта булыуы – дөйөм талап. Кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙа был
ҡоролма үҙен күрһәтеп өлгөрҙө.
Хакимиәт етәкселегенең ауылдарға сығып халыҡ менән яҡындан аралашыуы, проблемалы һорауҙарҙы ишетеүе, тормошта килеп тыуған мәсьәләрҙе ваҡытында хәл итеүгә юл аса. Был аҙна хакимиәт вәкилдәрен Маҡар, Верхотор, Васильевка, Көҙәндә көтәләр