Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2021, 10:05

Ниндәй йортҡа Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре инмәҫ?

Халҡыбыҙҙа элек-электән: «Әйтәһе һүҙеңде үлсәп әйт, Аллаһтың рәхмәт фәрештәләренең «амин» тигән сәғәтенә тура килеүе ихтимал», – тигән һүҙ бар.

Халҡыбыҙҙа элек-электән: «Әйтәһе һүҙеңде үлсәп әйт, Аллаһтың рәхмәт фәрештәләренең «амин» тигән сәғәтенә тура килеүе ихтимал», – тигән һүҙ бар.
Кемдәр һуң улар рәхмәт фәрештәләре? Аллаһ Тәғәлә фәрештәләрҙе нурҙан бар ҡылып, кешеләр йәнәшәһендә йөрөгән һаҡсы фәрештәләрҙе, шулай уҡ ғәмәлдәрҙе теркәүсе фәрештәләрҙе беләбеҙ. Улар араһында йәшәгән нигеҙебеҙгә бәрәкәт, тыныслыҡ, именлек һораусы, Аллаһҡа доғала булыусы фәрештәләр – рәхмәт фәрештәләре лә бар.
Әммә Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай тигән: «Биш төрлө өйгә Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре инмәҫ». Ниндәй йорттар һуң был? Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай ти: «Әгәр ҙә бер йортта, нигеҙҙә атай-әсәй йәберләнһә, ҡыйырһытылһа, унда Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре булмаҫ». Мәғлүм ки, Ислам динендә атай-әсәйҙәрҙе рәнйетеү, ҡыйырһытыу ҙур гонаһтарҙан һанала. Шулай булғас, әгәр ҙә бер нигеҙҙә атай-әсәй рәнйетелһә, унда рәхмәт фәрештәләре тормаҫ, тимәк, тыныслыҡ, именлек тә булмаҫ.
Икенсе йорт тураһында: «Аллаһтың фәрештәләре шундай йортҡа кермәҫ, әгәр унда туғанлыҡ хаҡы һаҡланмаһа», – ти Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.). Әгәр берәйебеҙ туғанлыҡ мөнәсәбәтен өҙөп, туғанлыҡ хаҡын һаҡламай йәшәһә, ул нигеҙгә лә рәхмәт фәрештәләре инмәҫ. Хәҙер туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә артыҡ иғтибар бирелмәй башланы, ҡыҙғаныс. Һәр беребеҙҙең кеҫә телефоны бар, шунда туғандарыбыҙҙың исемдәре лә, телефон һандары ла яҙылған, ләкин уларҙы йыйып, хәл-әхүәл белешергә лә ваҡытыбыҙ етмәй. Туғанлыҡ хаҡын һаҡлап, уларҙы хөрмәт итеп, ҙурлап йәшәгәндә генә Аллаһ Тәғәлә беҙгә һәм торған нигеҙҙәребеҙгә, йорттарыбыҙға бәрәкәт бирә.
Аллаһтың фәрештәләре кермәгән өсөнсө йорт тураһында Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай ти: «Әгәр ҙә бер йортта етемдәрҙең малы ашалһа һәм золом юл менән башҡа кешеләрҙең малы тартып алынып, шул ҡулланылһа, унда ла Аллаһ Тәғәләнең рәхмәт фәрештәләре инмәҫ». Йәшәгән нигеҙебеҙ мәсет һымаҡ, шулай булғас, унда йәшәгәндә ашаған ризығыбыҙ, ошо нигеҙебеҙгә туплаған малыбыҙ тураһында ла уйланырға тейешбеҙ. Ниндәй юлдар менән кәсеп итәбеҙ? Ниндәй мал ҡулланабыҙ, ниндәй ризыҡ ашайбыҙ? Тыныслыҡҡа ирешергә теләйбеҙ икән, етемдәрҙең малынан, уларҙың ризығынан йыраҡ торһаҡ ине.
Дүртенсе йорт хаҡында Аллаһ Рәсүле (с.ғ.с.) былай тигән: «Әгәр берәүҙең нигеҙендә эт йәшәһә йә иһә һүрәт булһа, унда ла Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре инмәҫ». Хәҙерге заманда халҡыбыҙға хас булмаған бер ғәҙәт барлыҡҡа килде. Ул да булһа – фатирҙарыбыҙҙа эт аҫрау. Ярай ул, әгәр һин ауылда йәшәһәң, малыңды һаҡлар өсөн урамда йәки ишек алдыңда тотһаң. Ә Ислам динендә мосолмандың йәшәгән йорто таҙа, пак булырға тейеш.
Бишенсе осраҡ тураһында Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай ти: «Әгәр ҙә бер йортта һаҫыҡ еҫ булһа, унда ла Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре инмәҫ». Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) беҙҙе һарымһаҡ һәм һуған ашап намаҙға баҫыуҙан тыйҙы. Эйе, һарымһаҡ һәм һуғандан беҙҙең тәнебеҙгә шифа, дауа һәм файҙа бар, ләкин уларҙы ашағандан һуң беҙҙән шул еҫ килә икән, намаҙға баҫырға ярамай. Был турала Пәйғәмбәребеҙ: «Фәрештәләр ләғнәт ҡылыр», – ти. Шуға ла ауыҙыбыҙҙы таҙартып намаҙға баҫһаҡ, хәйерлерәк булыр.
Ҡайһы бер кеше мәсеткә килә лә: «Эй, хәҙрәт, нигеҙебеҙ тыныс түгел, бәрәкәт китте, килеп Ҡөрьән уҡый, аҙан әйтә алмаҫһығыҙмы икән?» – тип үтенә, ялбара. Эй, мосолман, зарланыр алдынан уйлан: бына ошо биш хәтәрҙең береһен эшләмәнеңме икән, шуның менән Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән мәхрүм булманыңмы, ошо тыйылған ғәмәлдәрҙе ҡылып, Аллаһтың рәхмәт фәрештәләрен йәшәгән нигеҙеңдән ҡыуып сығарманыңмы икән?..
"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Тик башҡортса, Иман статустары" төркөмөнән.
Фото: multilisting.su
Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: