Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2021, 14:39

РӘХМӘТЕБЕҘ СИКҺЕҘ!

Үҙенең 60 йәшен билдәләүсе атайыбыҙ, Этҡол ауылының хөрмәтле ир-уҙаманы Илдус Рәхимйән улы ӘЙҮПОВҡа шулай тип өндәшәбеҙ бөгөн һәм йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Атай, атай! Һинән башҡа тағы
Кем бар шундай бала бәғерле?!
Ҡояш кеүек әсәй берәү булһа,
Һин дә, атай, беҙгә ҡәҙерле!

Үҙенең 60 йәшен билдәләүсе атайыбыҙ, Этҡол ауылының хөрмәтле ир-уҙаманы Илдус Рәхимйән улы ӘЙҮПОВҡа шулай тип өндәшәбеҙ бөгөн һәм йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Күп балалы ғаиләлә тыуып-үҫеп, туғанлыҡтың, татыулыҡтың, намыҫлы хеҙмәттең матур өлгөләрендә тәрбиәләнгән атайыбыҙ, ошо күркәм сифаттарҙы беҙгә, ике ҡыҙына ла, һеңдерә, күңелебеҙгә беркетә алды.
Әсәйебеҙ Нәсимә Ғайса ҡыҙы менән ҡорған ғаиләһе ныҡлы, ышаныслы, бәхетле һәм ырыҫлы булды. Беҙҙең өсөн атайыбыҙ иң көслө, иң ғәҙел, иң ышаныслы кеше, ике кескәй ҡыҙға ул - супергерой! Бына шундай хис-тойғолар менән буй еткерҙек беҙ ғаиләбеҙҙә, атайлы булып, арҡалы булып үҫтек. Әле лә атай кәңәшен, атай һүҙен тотоп йәшәйбеҙ. Аҙ һүҙле, төплө фекерле, сабыр кеше ул атайыбыҙ. Уның кеүек тә хисле, оло йөрәкле, кеселекле, ярҙамсыл кешене табып ҡара!
Атайыбыҙ тирә-яҡҡа даны таралған һунарсы ла. Бәләкәйҙән урман ҡыҙырып, һунар итергә ярата ул. Ошо шөғөлө ғүмерлек һөнәренә әүерелгән. Хәҙер инде ул тиҫтә йылдар һунарсылар йәмғиәтенең иң почетлы ағзаларының береһе. Ошондай шәп атайыбыҙ артында, әлбиттә, уны яратҡан, хөрмәт иткән, уның менән 37 йыл тормош юлынан бергә атлаған әсәйебеҙ тора. Уларҙың үҙара матур мөнәсәбәте, бер-береһен бер һүҙҙән аңлап, бер ҡараштан тойоп йәшәүе һоҡландыра. Атай-әсәйебеҙҙән беҙ татып үҫкән оло һөйөүҙе хәҙер инде балаларыбыҙ татый. Олатай-өләсәй наҙына күмелеп, уларҙың ҡосағына һыйынып үҫәләр. Кейәүҙәрен дә үҙ улдары кеүек ҡабул итеп, улар тарафынан ихтирам һәм хөрмәт тойоп, абруйлы ҡайны-ҡәйнә була белә ҡәҙерлеләребеҙ. Атай йортона күңел талпынып ҡына тик тора: унда беҙҙе тәмле аштарын бешереп әсәйебеҙ көтә, ҡапҡа төбөндә атайыбыҙ ҡаршы ала. Хоҙай ошо бәхеттән айырмаһын берүк, барыбыҙ ҙа иҫән-һау булып, атай-әсәйле булып, тормоштоң ҡәҙерен белеп, оҙон-оҙаҡ йылдар ерҙә балҡып йәшәргә яҙһын.

Ҡыҙҙарығыҙ Ләйсән, Әлфиә, кейәүҙәрегеҙ Денис, Вадим, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.
Читайте нас: