Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2021, 14:00

Бала табыу йортонда - заманса мөмкинлектәр

Сабыйҙы яҡты донъяға ҡабул итеү – аҡ халатлылар иңенә һалынған иң яуаплы бурыстарҙың береһе. Был мәлдә улар ике кешенең – әсәй һәм баланың ғүмере һағында. Үҙ һөнәренең нескәлектәрен белгән табиптар, акушергинекологтарҙан тыш, бала табыу йортонда заманса медицина мөмкинлектәре булыуы ла үтә мөһим. Ишембай Үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһенән ошо көндәрҙә бик матур хәбәр алдыҡ. Ундағы ыңғай үҙгәрештәр район-ҡалабыҙ демографияһында ла сағылыр тигән өмөт бар.

Сабыйҙы яҡты донъяға ҡабул итеү – аҡ халатлылар иңенә һалынған иң яуаплы бурыстарҙың береһе. Был мәлдә улар ике кешенең – әсәй һәм баланың ғүмере һағында. Үҙ һөнәренең нескәлектәрен белгән табиптар, акушергинекологтарҙан тыш, бала табыу йортонда заманса медицина мөмкинлектәре булыуы ла үтә мөһим. Ишембай Үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһенән ошо көндәрҙә бик матур хәбәр алдыҡ. Ундағы ыңғай үҙгәрештәр район-ҡалабыҙ демографияһында ла сағылыр тигән өмөт бар.
Бала табыу бүлеге мөдире Жанна Сәлишева билдәләүенсә, 2012 йылдан Рәсәйҙә бала табыу учреждениелары өс кимәллегә бүленә. 2-се кимәлле тип район-ара перинаталь үҙәктәр һаналһа, 3-сө кимәлгә республика перинаталь үҙәге ҡарай. 2018 йылғаса Ишембай бала табыу бүлеге 2-се кимәлдә һаналһа, бынан артабан бинаның торошо, тейешенсә ҡорамалдар булмауы арҡаһында 1-се кимәлгә төшөрөлә. Уҙған йыл башында бала табыу йорто капиталь ремонттан һуң яңынан үҙ ишектәрен асты, кадрҙар тупланды, республика ярҙамы менән тейешле ҡорамалдар ҡайтарылды. Әлеге көндә бала табыу йортонда тәүлек әйләнәһенә эшләүсе өс хеҙмәт булдырылған: акушер-гинекологтар, неонатологтар, анестезиологтар. Быйыл 28 ғинуарҙа БР Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Ишембай үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлегенә 2-се кимәл статусын биреү тураһында приказға ҡул ҡуя. Был иһә түбән һәм уртаса хәүефкә ингән йөклөләрҙән бала ҡабул итеү, планлы рәүештә кесарь киҫеме эшләү, ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарға юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү буйынса киң мөмкинлектәр аса. Ҡала һәм районда йәшәүсе сабый көткән ҡатын-ҡыҙға ситкә йөрөмәй генә үҙебеҙҙә сифатлы медицина ярҙамы алыу, әлбиттә, һәр яҡтан уңайлы. Бинаны яңы йыһаздар, ҡорамалдар менән тулыландырыу әле лә дауам итә. Карауат эргәһенә мониторҙар, үпкәне яһалма елләтеү аппараты, операция лампаһы былар барыһы күптән түгел ҡайтарылған.
Яңы шарттарҙа эшләүе, беренсенән, хеҙмәткәрҙәр өсөн һөйөнөс булһа, бала көткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡәнәғәт. Ошо көндәрҙә генә алтынсы сабыйын ҡулына алыусы Римма
Ҡаһарманованың һөйләгәндәре лә быны дәлилләй.
- Өйҙә күмәкләп көтәләр. Бәләкәскә әле исем тапманыҡ, уйлайбыҙ. Шуныһы шатлыҡлы, бала табыу йортонда элекке менән сағыштырғанда шарттар күпкә яҡшырған. Табиптарға ла рәхмәтем ҙур. Беҙгә ҡарата яғымлы, йылы мөнәсәбәт булғанда ауырлыҡтар ҙа тойолмай, - тине ул.
Тәжрибәле медицина белгестәренә алмашҡа йәш хеҙмәткәрҙәрҙең килеүендә лә коллективтың көсө сағыла.
- Беҙ йәш кадрҙарға мохтажбыҙ. Үҙебеҙҙең тәжрибәне уларға тапшырырға, өйрәтергә әҙербеҙ, - ти Жанна Николаевна.
Йәштәрҙең береһе - акушер Юля Хөсәйенова менән
әңгәмәләшеп киттек. Коллективта ул үҙен яҡшы белгес итеп
күрһәтеп өлгөргән.
- Эш ауыр ҙа, яуаплы ла. Бала көткән ҡатын-ҡыҙҙарға рухи яҡтан да таяныс булырға тырышабыҙ, һәр береһенә иғтибар, аңлау мөһим, - тине Юля бала табыу залына килтерелгән яңы ҡорамалдар менән таныштырып. Интенсив терапия палатаһы ла яңы ҡормалдар менән йыһазландырылған. Бында ла үҙ һөнәренең оҫталары хеҙмәт итә. Табип-неонатолог Диана Нураеваның бала табыу йортондағы хеҙмәт стажы ун йылдан ашыу.
- Сабыйҙарҙың һаулығын хәстәрләү, уларҙы тәрбиәләү оҡшай. Эшемде яратып башҡарам, - тигән һүҙҙәр ишеттек унан.
Яҡты донъяға килгән сабыйҙарҙы ҡабул итеүсе йорттоң яңырыуы, яңы көс, йәш белгестәр менән тулыланыуы ҡыуаныслы. Ишембай бала табыу йортонда тәүге ауазын яңғыратҡан бәләкәстәр һаны ла бермәбер артыр әле. Быйыл ғинуарҙа иһә бында 37 сабый тыуған.Төклө аяғығыҙ менән, йәш ишембайҙар!
Автор фотолары.
Читайте нас: