Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2021, 13:30

Яҡташтарыңдан ҡайнар сәләм!

“Үҙемдең улым кеүек бигерәк ныҡ яҡын ошо туғаным. Әле бына армияла яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн Рәхмәт хаты ебәрҙеләр. “Торатау”ҙа баҫтырһағыҙ, уға посылка менән гәзитте лә һалып ебәрер инем”, - тип килеп инде редакцияға Шәмсинур апай Әлимғужина.

“Үҙемдең улым кеүек бигерәк ныҡ яҡын ошо туғаным. Әле бына армияла яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн Рәхмәт хаты ебәрҙеләр. “Торатау”ҙа баҫтырһағыҙ, уға посылка менән гәзитте лә һалып ебәрер инем”, - тип килеп инде редакцияға Шәмсинур апай Әлимғужина.
Кинйәбулат егете Радмир Байтурин кеүек Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән егеттәр тураһында яҙыу - үҙе бер ғорурлыҡ. Ундайҙар ғаиләһе, яҡындары өсөн генә түгел, иле өсөн дә ҙур яуаплылыҡ тоя белә. Новосибирск ҡалаһында ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе Радмир былтыр йәй армияға саҡырылған булған, егет командирҙары, иптәштәре араһында бик тиҙ абруй яулап өлгөрә. Ғәскәр часы командирынан егеттең әсәһе Гөлдәр Байтуринаға Рәхмәт хаты килеп төшөүе барыһы өсөн дә оло ҡыуаныс була.
“Улығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Еңел булмаған хәрби-ракетчик бурысын ул намыҫ менән башҡара. Ул ғәҙел, тәртипле, хәрби техника менән оҫта идара итә, подразделениеның йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Армия хеҙмәте ауырлыҡтарынан ҡурҡмаған улығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ”, - тигән юлдар бар Рәхмәт хатында.
Булыр бала биләүҙән тигәндәй, Радмир мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ уҡыуҙа ла тырыш, йәмәғәт эштәрендә лә өлгөр була. Сәхнәне лә бәләкәйҙән үҙ итә – бейеүҙә, шиғыр һөйләүҙә оҫта, КВН-да, спектаклдәрҙә лә ҡатнаша. Мәктәптән һуң Ишембай нефть колледжына уҡырға инә. Радмирҙың дуҫтары күп булыуына ла ғәжәпләнергә түгел, холоҡ-фиғеле үҙенә тартып тора. Хәрби хеҙмәткә ҡарашы ла ир-егеттәрсә, бәләкәйҙән хыялландым тигән һүҙҙәрендә лә ихласлыҡ ярылып ята. Июнь аҙағында колледжды тамамлау тураһында диплом алыу менән егет армияға юллана.
- Улымдың өлгөлө хеҙмәт итеүе беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Миңә, һеңлеләренә ул ҙур терәк. Үҙен бик ныҡ һағындыҡ, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын көтәбеҙ. Бөтә ата-әсә лә балаларының уңыштарын, изгелеген күреп йәшәһә ине, - тип тойғолары менән бүлеште әсәһе.
Ышаныслы, көслө рухлы, аҡыллы, яҡындары өсөн йәштән терәктаяныс була белгән егеттәр иленең дә ныҡлы таяуы. Һинең кеүектәр күберәк булһын, алдыңа ҡуйған хыял-маҡсаттарың тормошҡа ашһын, Радмир! Инәйеңдән посылка менән яҡташтарыңдан ҡайнар сәләм ҡабул ит!
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: