Йәмғиәт
2 Февраль 2021, 14:22

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Сталинград һуғышы 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара, 200 көндән артыҡ дауам итә. Был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. Ваҡиға тарихҡа иң ҡан ҡойғос, иң масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ инеп ҡалған.Күпме генә ваҡыт үтһә лә, тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ.Быйыл Сталинград һуғышында еңеүебеҙҙең 78 йыллығын билдәләйбеҙ.

2 февраль – Рәсәйҙә Хәрби дан көнө, немец-фашист ғәскәрҙәрен Сталинград ҡалаһы янында тар-мар иткән көн
Сталинград һуғышы 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара, 200 көндән артыҡ дауам итә. Был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. Ваҡиға тарихҡа иң ҡан ҡойғос, иң масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ инеп ҡалған.Күпме генә ваҡыт үтһә лә, тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Быйыл Сталинград һуғышында еңеүебеҙҙең 78 йыллығын билдәләйбеҙ.
Ошо датаға арнап Этҡол урта мәктәбе уҡыусылары менән ”Сталинградтың ҡаһарманлығы” тип аталған батырлыҡ сәғәте уҙғарҙыҡ. Уҡыусыларға Сталинград һуғышы, һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләп, “Сталинград һуғышы хроникаһы” фильмын ҡараныҡ. Был һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ тураһында ла һөйләп киттек. Ҙур алыштан һуң емереклектәрҙән генә торған ҡаланы тергеҙеү өсөн яҡташтарыбыҙ Сталинградҡа ебәрелә. Шулар араһында ауылдашыбыҙ Йәмилә инәй Рәхмәтуллина ла була. Инәйебеҙ иҫән, үҙ – аллы донъя көтә. Үкенескә күрә ҡарт көнөндә оло ҡайғы кисерҙе, илебеҙҙә таралған яман сирҙән иң кесе ҡыҙы вафат булды. Шул ҡайғыларға бирешмәй йәшәп ятыуы. Йәмилә инәйҙең хәлен белеп, тағы ла Сталинград ҡалаһы тураһында һорашып, эргәһендә ултырып ҡайттыҡ. Инәйҙең хәтирәләре менән уҡыусыларҙы ла таныштырҙыҡ. 16 йәш тә тулып өлгөрмәгән ҡыҙға, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған халыҡ менән бергә, ҡаланы емереклектәрҙән тергеҙеү бурысы ҡуйыла. Ул 1943 йылдың июнь айында ғазаптарҙан торған оло юлға сыға.
“Ишембайҙа беҙҙе вагондарға ултырттылар. Һәр станцияла өҫтәлә барып, 300 кешегә еттек, юлда 22 көн үтте. Сталинградҡа яҡынлашҡан һайын донъяны ҡараңғылыҡ ҡаплай барған һымаҡ. Килеп етеп, вагондарҙан төшкәс, үҙебеҙҙе үлем усағында һымаҡ тойҙоҡ. Бөтә донъя ҡап-ҡара күмер, кеше ите еҫтәре аңҡый. Беҙҙе тик Павлов өйө генә ҡаршыланы.” – тип хәтерләй Йәмилә инәй.
Уларға емереклектәрҙе таҙартырға, кеше һөйәктәрен йыйырға, тракторҙар заводында тимер эретеү эштәрендә ҡатнашырға тура килә.
“Меңәрләгән үлек кәүҙәләрҙән тиф ауырыуы тарала. Ҡыҙҙар бер-бер артлы үлә башланы. Минең оҙон сәсемде ҡырып ташланылар, кешеләрҙән йәшенеп кенә ситкә китеп иланым. Концлагерь кешеләренә оҡшап киттек, яп-яланғас баш, ябыҡ кәүҙәләр. Кеше үлмәгәс үлмәй икән. Мин инде хәҙер ҡыйыуландым, руссаға ла өйрәндем”.

Бына ниндәй михнәттәр күрергә тура килә Бөйөк Ватан һуғышы быуыны кешеләренә. Улар тураһында киләсәк быуын белергә тейеш, оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Читайте нас