Йәмғиәт
2 Февраля 2021, 15:30

Ишембай ихаталары ла исемлектә

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, 2021 йылда төбәктә «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә 140 ихата төҙөкләндереләсәк.

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, 2021 йылда төбәктә «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә 140 ихата төҙөкләндереләсәк.
«Башҡорт ихаталары» программаһында барлығы 21 муниципалитет ҡатнаша. Быйыл финанслау программаһына бүленгән аҡсаның суммаһын 742 миллион һум тәшкил иткән. Шул иҫәптән, уның 7 миллионы – халыҡ аҡсаһы.
Ғөмүмән, күберәк 2020 йылда программаны тиҙ һәм сифатлы үтәгән муниципалитеттарға өҫтөнлөк бирелгән.
Әлеге мәлдә ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса проекттар эшкәртелә. Ҡала мөхитен тағы ла матурыраҡ, төҙөгөрәк итеүгә маҡсатланған «Башҡорт ихаталары» программаһы быйыл Ишембайҙа ла ғәмәлдә. Уның буйынса Чкалов урамында 14-се, 22-се, 22А, Геология урамы, 38-се, 42-се, Бульвар урамы, 35-се, 37-се, Совет урамы, 42-се, 75-се, Тыныслыҡ урамы, 14-се, Урал урамы, 37-се һәм Стахановсылар урамы, 14-се, 16-сы, 16А йорттарының ихаталарын төҙөкләндереү ҡаралған.
Читайте нас